Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
29 Июль 2022, 07:59

Балалар үҙәге асылды

Луганск халыҡ республикаһының Красный Луч ҡалаһында “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһенең Башҡортостан бүлексәһе балалар өсөн ял һәм күңел асыу үҙәген сафҡа индерҙе.  Ҡалалағы тәүге балалар учреждениеһын нәҡ йәй осоронда асыу өсөн  ҙур тырышлыҡ һалынған.

Балалар үҙәге асылдыБалалар үҙәге асылды
Балалар үҙәге асылды

Луганск халыҡ республикаһының Красный Луч ҡалаһында “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһенең Башҡортостан бүлексәһе балалар өсөн ял һәм күңел асыу үҙәген сафҡа индерҙе.   Ҡалалағы тәүге балалар учреждениеһын нәҡ йәй осоронда асыу өсөн  ҙур тырышлыҡ һалынған.

Балалар үҙәген асыу тантанаһында  Красный Луч ҡалаһы хакимиәте етәксеһе Сергей Рыбальченко һәм “Берҙәм Рәсәй” партияһы башҡарыу комитеты төбәк етәксеһе Руслан Насретдинов ҡатнашты.

- Был беҙҙең ҡалалағы ошондай типтағы тәүге балалар үҙәге. Балалар физик яҡтан ғына түгел, интелектуаль яҡтан да үҫешергә тейеш. Мин Башҡортостан Башлығы, “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан бүлксәһе секретаре Радий Хәбировҡа ҙур рәхмәтемде белдерәм, - тине Сергей Рыбальченко.

Балалар үҙәге тулыһынса үҫтереү һәм өҫтәл уйындары, мультимедиялы, музыка ҡорамалдары, канцеляр тауарҙар, спорт инвентарҙәре менән тәьмин ителгән. Үҙ сиратында Руслан Насретдинов, партия Донбасс биләмәләренә ярҙам итеүҙе дауам ит тине.

- Беҙ ошо үҙәкте йәй айында асырға тырыштыҡ. Каникулдар мәлендә балалар унда ял итһен, ижади яҡтан шөғөлләнһен тип теләнек. Үҙәктә бөтә йәштәге балалар өсөн шарттар бар, - тине ул.

bashkizi.ru

Балалар үҙәге асылды
Балалар үҙәге асылды
Автор:
Читайте нас