

Илеш районында тиҫтәләп умартасы бал ҡорттарының күпләп ҡырылыуы тураһында хәбәр иткән. Иҫәнбай ауылында ғына биш шәхси хужалыҡтың зыян күреүе билдәле.
Районда 3500 га майҙанда рапс сәселгән. Ҡоротҡостарҙың төшөүенә бәйле был биләмәләр дүрт-биш тапҡыр химикаттар менән эшкәртелгән. Һуңғы көслө препарат була. Ул бал ҡорттары өсөн беренсе класс хәүефкә эйә.
- Быйыл районда рапс баҫыуының һәр гектарынан кәмендә ике мең ярым тонна уңыш алырға иҫәп тотҡайныҡ. Әммә ҡоротҡостар төшөүгә бәйле был күрһәткес ике тапҡырға кәмерәк буласаҡ. Шуны лә билдәләп үткем килә – әгәр ҙә сәсеүлектәр химикаттар менән эшкәртелмәгән булһа, беҙ уңышты бөтөнләй юғалтыр инек, - тип белдергән Илеш районы баш агрономы Сергей Пискарев "БЮТ" каналы хәбәрселәренә.
Илеш районы хакимиәтенең ауыл хужалығы идаралығы умартасылар менән осрашыу үткәргән. Зыян күргән шәхси хужалыҡтар исемлеге төҙөлгән. Ведомство-ара комиссия тарафынан тикшереү алып барыла. Баҫыу химикаттар менән эшкәртелгән осорға умарталарҙы ваҡытлыса күсереп ҡуйыу өсөн хәүефһеҙ урын билдәләү ҡаралған.