Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
29 Июль 2022, 07:31

Урам балалары һаны арта...

Башҡортостанда бағыуһыҙ һәм тәрбиәләүсеһе булмаған балиғ булмаган балалар һаны билдәләнгән. Балиғ булмағандарҙың күҙәтеүҙе һәм хоҡуҡ боҙоуҙарҙы  профилактикалау эше һөҙөмтәләрен Рәсәй Эске эштәр министрлығы баҫтырып сығарған.

Урам балалары һаны арта...Урам балалары һаны арта...
Урам балалары һаны арта...

Дөйөм алғанда Рәсәй буйынса 2022 йылдың ғинуарынан июненә ҡәҙәр 31 789 ҡараусыһыҙ бала һанағандар. Иң күп бындай балалар илебеҙҙең баш ҡалаһында, Мәскәүҙә (2 453), Красноярск крайында (1 726) һәм Санкт-Петербургта (1 648) теркәгәндәр. Ненец автономиялы округында һәм Ингушетияла урам балалары бөтөнләй юҡ.

Башҡортостанда ағымдағы йылдың һуңғы алты айында 257 укбай бала исәпләнгән. Документтан күренеүенсә, төбәктә йортһоҙ һәм ҡараусыһыҙ балалар һаны 2020 йылдан алып арта башлаған. 2019 йылда республикала 97 шундай бала теркәлгән (алты айҙа - 63). 2020 йылдың ғинуар-июнендә ҡараусыһыҙ балиғ булмағандар һаны 255кә ҡәҙәр артҡан, ә йыл аҙағына 571 тәшкил иткән.

Фото: bryansku.ru

kiziltan.ru

Урам балалары һаны арта...
Урам балалары һаны арта...
Автор:
Читайте нас