Дим буйҙары
+25 °С
Ясна
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Август , 09:02

Бүләккә - ҡалмыҡ аты

"Башҡорт аты "фестивален асыу тантанаһында Ҡалмыҡ Республикаһы башлығы Бату Хасиков ике төбәк араһында үҙ-ара килешеп, эш итеү пландары хаҡында һөйләне

Бүләккә -  ҡалмыҡ аты
Бүләккә - ҡалмыҡ аты

"Башҡорт аты" фестивалендә Ҡалмыҡ Республикаһы вәкилдәре лә ҡатнашты. Ҡалмыҡ һәм Башҡортостан республикалары араһында төрлө өлкәләрҙә бер нисә эшлекле килешеүгә ҡул ҡуйылды. Бату Хасиков ҡунаҡсыллығы өсөн Баймаҡ районына рәхмәт белдерҙе һәм Башҡортостан башлығы Радий Хәбировҡа ҡалмыҡ аты сертификатын тапшырҙы.

- Беҙҙә уртаҡ тарих, дөйөм мәҙәни ҡиммәттәр бар, - тине Бату Хасиков. - Ике төбәк араһындағы дуҫлыҡ артабан да нығый ғына барһын, тине ул.

Радий Хәбиров, үҙ сиратында, ҡалмыҡ коллегаларына башҡорт аты сертификатын һәм йүгән бүләк итте. Һуңынан ике төбәк лидерҙары “Башҡорт аты” фестивален асыуҙы символлаштырған гонг буйынса символик һуҡты.

Сығанаҡ һәм фото:  Дмитрий Фадеев

https://bashgazet.ru

# bashhorsefest 

Бүләккә -  ҡалмыҡ аты
Бүләккә - ҡалмыҡ аты
Автор:
Читайте нас в