Дим буйҙары
+25 °С
Ясна
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Август , 13:52

Нимә ул глэмпинг?

Башҡортостанда дәүләт ярҙамы менән Natura Park глэмпингы асылды

Нимә ул глэмпинг?
Нимә ул глэмпинг?

Natura Park глэмпингы Ҡырмыҫҡалы районында эш башланы. Проект 2022 йылдың апрелендә старт алды, алты яңы эш урындары барлыҡҡа килде, инвестициялар күләме 12 миллион һум тирәһе тәшкил итә. Яңы туристик объекты төбәк картаһында “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам итеү” һәм “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы)  милли проекттары (национальные проекты «Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы» и «Туризм и индустрия гостеприимства») сиктәрендә күрһәтелгән дәүләт ярҙамы менән  барлыҡҡа килде. Был саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы алып барыла.

- Глэмпингылар – туризм бизнесында яңы өлкә, ул Башҡортостанда тиҙ танылыу ала бара. Кемдәр ошондай проекттар эшләргә теләй, яҡшы перспективалар асыла. Был ихтыяж менән ҡулланылған бизнес. Уны күләмле итеү ҙә ауыр түгел. Беҙ үҙ сиратыбыҙҙа әлеге йүнәлеште үҙләштерергә теләгән эшҡыуарҙарға төрлө яҡлап ярҙам күрһәтәбеҙ, - тине Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.

 Проект авторы – Өфөнән Вадим Сафин. Яңы эш асырға уйлап, ул  Башҡортостандың “Минең бизнесым” үҙәгенә консультацияға мөрәжәғәт итә. Үҙәк белгестәре уға тиҙ үрләү өсөн уникаль стиль әҙерләргә тәҡдим итә. Шул рәүешле танылған логотип менән Natura Park     бренды барлыҡҡа килә. Бынан тыш үҙәктә эшҡыуарға проекттың презентацияһын дөрөҫ итеп эшләргә ярҙам итәләр һәм Ҡырмыҫҡалы районының бизнес-шерифы менән эшлекле осрашыу ойошторалар.
 - Natura Park  - матур тәбиғәт ҡосағындағы  16 урынға иҫәпләнгән йыл әйләнәһенә эшләүсе,  отель уңайлылығы булған глэмпинг. Беҙ Өфөнән 30 километр ғына алыҫлыҡта урынлашҡанбыҙ һәм бында таҙа һауа, матур урындар. Ҡунаҡтарҙы пляж ялы, прогулкалар, балыҡ тотоу, сапбордта йөрөү көтә, – тине проект булдырыусы.

Глэмпинг хеҙмәтенә ихтыяж юғары, шуға ла эшҡыуарҙың планда артабан да бизнесты үҫтереү бурысы тора.

Дәүләт ярҙамы саралары тураһында мәғлүмәтте “Минең бизнесым” үҙәге сайтында ла белергә мөмкин.

Ғөмүмән, бизнес үҫеше һорауҙары буйынса консультацияларҙы республиканың бизнес-шерифтарынан алырға була, улар менән бәйләнешкә Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы сайты аша   сығырға мөмкин.

  Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроектың

https://bashgazet.ru

Нимә ул глэмпинг?
Нимә ул глэмпинг?
Автор:
Читайте нас в