Дим буйҙары
+25 °С
Ясна
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Август , 11:25

Путин хәрбиҙәрҙе һәм ветерандарҙы Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө менән ҡотланы

Владимир Путин Һауа-десант ғәскәрҙәренең шәхси составын һәм ветерандарын Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө менән ҡотланы, тип хәбәр итте Рәсәй Оборона министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Путин хәрбиҙәрҙе һәм ветерандарҙы Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө менән ҡотланы
Путин хәрбиҙәрҙе һәм ветерандарҙы Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө менән ҡотланы

«Әлеге быуын һалдаттары һәм офицерҙары ғәскәрҙең хәрби, илһөйәрлек традицияларына тап төшөрмәй, ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл иткәндә һәр ваҡыт профессионаллек, ҡыйыулыҡ күрһәтә. Әлбиттә, герой-десантсыларҙың оҫталығы һәм тәүәккәл эш итеүе махсус хәрби операция барышында тулыһынса сағылыш тапты», – тип билдәләнә ҡотлауҙа.

Яугирҙәр киләсәктә лә илдең милли мәнфәғәттәре һағында ныҡлы торор, Рәсәй ҡораллы көстәренең хәрби ҡеүәтен нығытыуға ҙур өлөш индерер, тигән ышаныс белдерҙе президент. Дәүләт башлығы уларға уңыштар теләне. 

https://www.bashinform.ru

Путин хәрбиҙәрҙе һәм ветерандарҙы Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө менән ҡотланы
Путин хәрбиҙәрҙе һәм ветерандарҙы Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө менән ҡотланы
Автор:
Читайте нас в