Дим буйҙары
+25 °С
Ясна
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Август , 11:08

Һәр бишенсе пар түлһеҙ...

Республикала Мотлаҡ медицина страховкаһы буйынса 2022 йылға ЭКО ысулын файҙаланыуға 1800 квота бүленгән

Һәр бишенсе пар түлһеҙ...
Һәр бишенсе пар түлһеҙ...

Рәсәйҙә һәр бишенсе пар түлһеҙлектән яфалана.  Бынан 40 йыл элек  ошо проблеманы хәл итеүсе ысул уйлап табылды. Ярҙамсы репродуктив технология  – экстракорпораль  яһалма аталандырыу (ЭКО) ысулын бынан туғыҙ йыл элек Мотлаҡ медицина страховкаһы программаһына индереп,   түлһеҙ парҙарға бала бәхетен татырға ярҙам итәләр.

Республикала Мотлаҡ медицина страховкаһы буйынса 2022 йылға ЭКО-ға 1800 квота бүленгән. 

Был хаҡта Республика медик-генетик үҙәк табип-репродуктологы Лилиә Аскина хәбәр итә.  “Әлеге ваҡытта квоталарҙың яртыһы файҙаланылған. Әгәр  ғаилә парҙарының йәше 35 йәшкә тиклем булып,   бер йыл дауамында ҡатын ауырға ҡалмаһа, был ғаилә түлһеҙ тип иҫәпләнә. 35 йәште уҙған парҙар клиникаға мөрәжәғәт итә ала”,– ти Лилиә Аскина.  Түлһеҙлектең сәбәптәре күп, шулай ҙа иң йыш таралғаны – ғүмер оҙайлығының артыуы һәм әсә булыуҙы кисектереү, тип иҫәпләй табип.

“Демография” милли проекты үҙ эсенә биш федераль проектты ала. Шуларҙың береһе – “Балалы ғаиләләргә финанс ярҙамы” проекты. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, “Рәсәй Федерацияһында демографик сәйәсәтте тормошҡа ашырыу саралары тураһында”ғы  Указдың һигеҙ ҡарарын 2024 йылға үтәү бурысы тора.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен ( 100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.

Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән,   пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты

https://bashgazet.ru

Һәр бишенсе пар түлһеҙ...
Һәр бишенсе пар түлһеҙ...
Автор:
Читайте нас в