Дим буйҙары
+25 °С
Ясна
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Август , 09:57

"Көньяҡ" запеканкаһы

Ҡабаҡтан запеканка бешереү өсөн уртаса ҙурлыҡтағы 1 ҡабаҡ, 3 помидор, 2-3 картуф, 3 аш ҡалағы аҡ май, 2 аш ҡалағы он, 2 аш ҡалағы һөт, 1 йомортҡа, тоҙ һәм ваҡ ҡырғыстан үткәрелгән 100 гр сыр кәрәк була. 

"Көньяҡ" запеканкаһы
"Көньяҡ" запеканкаһы

Йәшелсәләрҙе йоҡа ғына итеп ҡырҡҡыслайбыҙ. Алдан әҙерләгән форманың төбөн башта майлап алабыҙ ҙа унан тоҙлайбыҙ. Аҙаҡ йәшелсәләрҙе ҡатлап һалып сығабыҙ. 

Соус әҙерләйбеҙ. Бының өсөн ондо майға һалып ҡурабыҙ. Унан аҙ-аҙлап болғай-болғай һөт өҫтәйбеҙ. Ҡуйырғас, уттан алабыҙ. Уттан алғас йомортҡа өҫтәйбеҙ. Яҡшылап туҡыйбыҙ һәм тоҙлайбыҙ. Әҙер соусты йәшелсәләр өҫтөнә ҡоябыҙ. 

Запеканканың өҫтөн сыр менән ҡаплайбыҙ ҙа ҡыҙған духовкала 30 минут тирәһе бешереп алабыҙ. 

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын! 

hakmar.ru

"Көньяҡ" запеканкаһы
"Көньяҡ" запеканкаһы
Автор:
Читайте нас в