Дим буйҙары
+25 °С
Ясна
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Август , 16:08

Радий Хәбиров Шайморатов отряды яугирҙәре әҙерлек үткән урынға барҙы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров М.Шайморатов исемендәге башҡорт мотоуҡсылар батальоны яугирҙәре әҙерлек үткән урынға барҙы.  

Радий Хәбиров Шайморатов отряды яугирҙәре әҙерлек үткән урынға барҙы
Радий Хәбиров Шайморатов отряды яугирҙәре әҙерлек үткән урынға барҙы

«Беҙҙең яугирҙәр — күп быуаттар буйына тыуған ерен һаҡлаған, һуғышта еңгән яугирҙәрҙең вариҫтары. Хәҙер ҙә шулай булыр тип ышанам. Афарин, егеттәр, ҡуйылған бурыстарҙы үтәйҙәр. Командирҙар уларҙы маҡтай, был бик мөһим», — тип яҙҙы Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Республика ошо батальонды һәм Александр Доставалов исемендәге батальонды кейем-һалым, аҙыҡ-түлек, медикаменттар менән тәьмин итте, тип билдәләне ул.

«Беҙ уларҙың туғандары һәм яҡындары менән һәр саҡ бәйләнештәбеҙ. Егеттәр, беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ!» — тип билдәләне Радий Хәбиров.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, батальон яугирҙәрен оҙатыу тантанаһы 6 июлдә «Патриот» паркында үтте.

https://www.bashinform.ru/

Радий Хәбиров Шайморатов отряды яугирҙәре әҙерлек үткән урынға барҙы
Радий Хәбиров Шайморатов отряды яугирҙәре әҙерлек үткән урынға барҙы
Автор:
Читайте нас в