Дим буйҙары
+25 °С
Ясна
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Август , 10:07

Ҡытай Халыҡ Республикаһына һөт ризыҡтары оҙатылды

Мәләүез һөт эшкәртеү предприятиеһы тәүгә үҙ продукцияһын экспортҡа сығарҙы.

Ҡытай Халыҡ Республикаһына  һөт ризыҡтары оҙатылды
Ҡытай Халыҡ Республикаһына һөт ризыҡтары оҙатылды

Әҙер һөт ризыҡтарының беренсе партияһы — 26% ҡуйылыҡтағы киптерелгән айыртылмаған һөт һалынған 19 мең 200 ҡалай банка (дөйөм ауырлығы — 8640 килограмм) Ҡытай Халыҡ Республикаһына оҙатылды.

Россельхознадзорҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы белгестәре автомобиль транспорты менән Ҡытайға оҙатыр алдынан бөтә партияны тикшереп сыҡты, тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән.

Һөт продукцияһы ветеринар-санитар экспертиза үткән сеймалдан әҙерләнгән.

«Продукцияға 5D формаһындағы халыҡ-ара ветеринария сертификаты һәм Ҡытай Халыҡ Республикаһына оҙатыу өсөн сертификат бирелгән», — тип белдерҙеләр Ветеринария һәм фитосанитария күҙәтеүе буйынса федераль хеҙмәттә.

https://www.bashinform.ru

Ҡытай Халыҡ Республикаһына  һөт ризыҡтары оҙатылды
Ҡытай Халыҡ Республикаһына һөт ризыҡтары оҙатылды
Автор:
Читайте нас в