Дим буйҙары
+25 °С
Ясна
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
4 Август , 13:06

Эскән килеш руль артына утырма!

Кисә республикала 33 иҫерек водитель "тотолған".

Эскән килеш руль артына утырма!
Эскән килеш руль артына утырма!

Уҙған тәүлектә Башҡортостанда 4 юл-транспорт фажиғәһе булған, 8 кеше төрлө дәрәжәлә йәрәхәтләнеүҙәр менән медицина учреждениеларына  мөрәжәғәт иткән.

Шулай уҡ, кисә, 3 августа, республика буйынса 33 иҫерек шофер тотҡарланған. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан 1500-ҙән артыҡ юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағы асыҡланған, иҫерек тотолған 33 водителдең 5-һе ҡабат эсеп руль артына ултырған.

Иҫерек хәлдә машина менән идара итеү ауыр енәйәт булып һанала. Хөрмәтле водителдәр! Алкоголь ҡулланып рулгә ултырғансы шуны уйлаһағыҙ ине, һеҙҙең юлығыҙҙа уйламаған фажиғә килеп сығырға һәм унда кеше ғүмерҙәре өҙөлөргә мөмкин. Руль артына ултырғанда, иҫегеҙҙә тотоғоҙ, һеҙ үҙегеҙ һәм пассажирҙар өсөн генә түгел, ә барлыҡ юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар өсөн дә яуап тотабирәһегеҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!

omet-rb.com

Эскән килеш руль артына утырма!
Эскән килеш руль артына утырма!
Автор:
Читайте нас в