+30 °С
Болотло


«Башавтотранс» ойошмаһы 10 августан 8 ҡала-ара маршруттарында йөрөү хаҡын арттыра.
560-сы «Бишбүләк - Өфө» автобусына билеттар бер юлы 100 һумға артасаҡ: 530 һумдан 630 һумға ҡәҙәр күтәрелә; 530 һанлы «Өфө - Бәләбәй» һәм «Бәләбәй - Өфө» маршруттарында билеттар 530 һумдан 600 һумға ҡәҙәр күтәрелә; 623 һанлы автобус - «Приют - Стәрлетамаҡ» маршруты шулай уҡ 70 һумға арта, тимәк, хәҙер ул 670 һумға ҡәҙәр ҡиммәтләнәсәк.