Дим буйҙары
+11 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
5 Август , 18:57

Ҡаршы сығып ал

Ир дипломатын асып өҫтәлгә ҡуйҙы.Ҡараһам, иҫем китте, дипломаттың эсе тулы аҡса, ундайҙы төштә лә күргән юҡ, төргәктәрҙә - өр-яңы аҡсалар. Телдән ҡалдым. Ҡомһоҙлоҡтан, ымһыныуҙан түгел, ғәжәпләнеүҙән. Ауыл ерендә йылдар буйы аҡса алмайҙар, бында меңлек-тәрҙе ҡултыҡ аҫтына ғына ҡыҫтырып йөрөһөндәр әле. Өндәшмәүҙе был үҙенсә ҡабул итте:- Нимә, әҙме? Тағы өҫтәргә мөмкин.

Ҡаршы сығып ал
Ҡаршы сығып ал

Яратмайым ошо ҡала тормошон. Уның тынмаҫ шау-шыуынан, таяҡ тығылған ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләтеп, күҙҙәрҙе йыбырлатҡан ығы-зығыһынан тиҙ арыйым. Шуға, килһәм, йомошомдо йомошлай һалам да тиҙерәк ҡайтыу әмәлен күрәм. Был юлы ла Өфөгә иртәнге поезд менән килгәйнем, сабыулап йөрөп, эшләйһе эштәремде бөтөрә һалдым да кире вокзалға төштөм.

Көн дә бигерәк йонсоу. Шымшырыҡлап ямғыр һибәләй. Ауылда ла ямғыр, бында ла ямғыр, күктең төбө тишелгәндер, билләһи! Ағас йорттарҙың бүрәнәләрен бүртендереп, таштан һалынғандарҙың стеналарын йыуып, ҡотһоҙлап бөтөрҙө был быҫҡаҡ.Тегендә аяҡ аҫтындағы мәте итектәргә һылашып маҙаһыҙлай, бында асфальтҡа күләүекләнеп һыу йыйыла. Уларҙы унда-бында елдергән эреле-ваҡлы машиналар өҙлөкһөҙ шаптырҙатып һауаға сөйә, юл ситенә теҙелгән йүкәләрҙе бысраҡ һыуға ҡойондора. Ағастарҙың ҡарағусҡыл йәшел япраҡтары урыны-урыны менән төҫһөҙләнеп, ҡойтоланып ҡалғандар. Бөтә донья күшегә,еүешләнгән тән өшөй, ҡотһоҙ һоро күренештән йән өшөй. Оҙон ҡыштан һуң көтөп алған, яҙ илап-һыҡтап, ҡуйы томанға төрөнөп уҙғайны, инде июнь уртаһы һалҡын ямғырын иләп, тиҫкәреләнеп торһон әле!
Селәүсендәй һуҙылған сиратта тороп, этелә-төртөлә билет һатып алдым да тимер юл вокзалының икенсе ҡатына күтәрелдем. Был тиклем дә халыҡ күп булыр икән: ҡайһыныһы ултырған, ҡайһыныһы баҫып тора, бәғзеләре стена ҡырлатып аушайғандар, ҡалғандары хәрәкәттә - ем эҙләп төртәләнгән селбәрәләр өйөрөләй унда-бында һуғылып йөрөп ятҡан көндәре. Мин дә ҡаршы яҡтағы тәҙрә эргәһенә барып баҫҡайным, үткән-һүткәндәр, тейеп үтеп, теңкәгә тейә башлағастары, мөйөшкәрәк шылып, тамсылар һарҡҡан ҡалын быяла аша тышҡа төбәлдем.
Өҫкә емерелергә торған ҡурғаш болоттарҙан тағатылғандай, эңер тиҙ төштө. Хәйер, күптән ваҡыт, ҡышҡыһын был мәл төн уртаһы булып иҫәпләнә. Һәммәһе лә бағаналарҙан төшкән яҡтылыҡ хакимлығында ҡалды. Уныһы ла һап-һары. Сырхау төҫ. Өҫтәрәк, тау битләүенә ҡунған ҡатлы йорттарҙа, уттар ҡабына башланы. Кәрәҙҙәй бихисап тәҙрәләр нур нөктәләр иҫәбенә үҫте, ҙурайҙы. Бүлмәләренә ут алғандар үҙ хәстәрҙәренә, йорт мәшәҡәттәренә сумды. Һәр фатир – үҙе айырым донъя. Тик шуныһы, уларҙы бер генә нәмә - дөйөм ҡыйыҡ берләштерә. Башҡа уртаҡлыҡтары юҡ. Был ҡала һинеке лә, минеке лә һәм… бер кемдеке лә түгел. Дөйөм ҡала. Бер-береһенең барлығын, йәшәйешен белергә лә теләмәгән, ҡырҡ ата балаһын йыйған битараф ҡала. Иртәгә анау йорттоң был осонда матәм көйө ишетелһә, икенсе осонда шул уҡ мәлдә туй үткәреп, типтереүҙәре ихтимал.
Бәхәсһеҙ, һуңғы юлға оҙатыу, ғаилә ҡороу яҙмыш эше, кемдең ҡасан туй үткәререн, кемдең ҡасан һуңғы һулышын алырын ҡалайтып алдан күҙалламаҡ кәрәк. Әммә шул ваҡытта ябай ғына әҙәп ҡағиҙәләре үтәлмәйәсәк. Ә улар бит иң әүәл кешеләр, бер ҡыйыҡ аҫтында көн иткән кешеләр…
– Ауылда ни, яңылыш сәселгән мунсаҡтар ише айырымланып йәшәп ятһалар ҙа, бер-береһе тураһында энәһенән-ебенә ҡәҙәр белеп торалар, шатлыҡтары ла, ҡайғылары ла, ейер ризыҡтары ла уртаҡ. Нимә берләштерә һуң уларҙы? Моғайын, һыу алған инеш, эшкә киткән, эштән ҡайтҡан, көтөүгә мал ҡыуған урам, бергә тир түккән ҡыр-туғайҙар, баҫыуҙар яҡынайта, туғанлаштыра торғандыр. Ана шул айырым төшөнсәләр тәрән мәғәнәле атамаға уҡмаша- тыуған тупраҡ. Үҙенең ябайлығы,сафлығы, ҡырыҫ матурлығына арбап, саҡырып тороусы, кендектәй барыһын йыйып, төйнәүсе йәнтөйәк. Унда бөтәһенә ауылса итеп: «Һаумы!» – тип өндәшергә мөмкин, ҡалалағы ише сирылтып, йөҙ бормай ихлас сәләмләйәсәктәр, итек ҡунысындай малайҙарына саҡлы кәпәстәрен һалып иҫәнләшәсәктәр, ҡалын урмандар, мәғрүр ҡаялы тауҙарыңа ҡәҙәр сәләмеңде элеп алып, бар тирә-яҡҡа таратып, һөйөнсөләргә әҙер. Идиллия!..
Ә бында ни… Хатта һулар һауаһынан да ҡаҙна еҫе килә. Уға тәмәке төтөнө, һауыт-һаба шалтыраған ашхана яғынан килгән кәбеҫтә һурпаһы, асылып-ябылып торған бәҙрәф ишегенән борхоған хлорка, һыҡра, эргәләге ултырғыста ҡырын төшөп йоҡлап ятҡан уҫлаптай кәүҙәле әҙәмдең аяғынан таралған тир еҫе ҡушылған. Ауыр. Әлһерәтә. Ярға ырғытылған балыҡтай, ауыҙ үҙенән үҙе асыла, маңлайға һалҡын тир бәреп сыға.
Куртка яғаһын ҡалҡытып, боҫорға теләгәндәй, муйынымды эскә тартам, ҡулдарҙы кеҫәгә йәшерәм.
Ҡолағыма йыр салына:
«Аҡ ҡуянҡайҙарҙан тун тектерҙем…»
Радиоприемник йә магнитофон, тиер инең, йыр яҡында ғына ишетелә. Тауышы моңло ғына булһа ла, тоноҡ, әртистәрҙекенән күпкә ҡайтыш. Китсе, кемеһе улай, ауыҙ күтәреп, йырлап ултыра тағы?
Магнитҡа тартылған тимер киҫәгеләй, йыр килгән яҡҡа ынтылдым. Урта төштәге ултырғыстарҙың береһенең ситенә ҡырҡ биш йәштәр самаһындағы ир ҡыҫылған, уң яғына һыйынып, һап-һары сәсле, зәңгәр күҙле ете-һигеҙ йәшлек малай ултырған. Мосолман балаһы ул тиклем дә һарынан бөтмәҫ, урыҫ балаһылыр. Улай тиер инең, йотлоғоп, инерҙәй булып йырлап ултырыусының ауыҙына төбәлгән. Оҙон көйҙәрҙе ишетеп үҫкән балаға оҡшаған. Йәнә һул яғындағы сал сәсле, олпат кәүҙәле, бар булмышына зыялылыҡ һеңгән ир ҙә йә юлдаш, йә оҙатыусылыр, уның да аҡыллы ҡарашы был икәүҙә.
Ирҙең йөҙ-ҡиәфәте, өҫтөнә кейгән кейеме «мин ауылдыҡы» тип әллә ҡайҙан ҡысҡырып тора. Буйы уртасанан ҡалҡыуыраҡ, кәүҙәһе тулы, ныҡ. Биттәре табаҡ-тай яҫы, быжыр, киң маңлайы көнгә янған, әле тәрән батмаған һырҙар айырым-асыҡ күренә. Кейеҙ босҡаҡтай тоташып тиерлек үҫкән ҡаштары, ҡапысыраҡ ҡаб-аҡ аҫтынан ҡараған ҡоңғорт күҙҙәре, тумжыҡ танауы, ҡалын ирендәре, көслө елкә-һе, йомро матур башы кәүҙәнең сәләмәтлеген аса һымаҡ. Була бит шундай һүр-әттәр, һин дә мин ҡарап торғаның, яҡынлаһаң, теләр-теләмәҫ кенә сыймаҡланған йәнһеҙ өлөштәргә тарала ла ҡуя. Был ирҙә киреһе, үтмәҫ балта менән юнғандай күренгән айырым ағзалары, берегеп күрмәлекле генә йөҙ хасил итә. Әллә эске матурлыҡ шулай тышҡа бәрә микән? Ундайҙар хаҡында танышмаҫ, һүҙ ҡушмаҫ элек үк, һәйбәт кешелер, тип ҡуяһың, үҙең дә абайламаҫтан уға ылығаһың. «Тамырҙарын тәрәнгә ебәреп үҫкән имәнме ни!» Тотош кәүҙәгә шундайыраҡ баһа бирҙем.
Ир көсәнмәй генә йырын һуҙа бирҙе. Моң, суйын ҡая-таштарға бәрлегеп иңрәгән талғын елдәй, көслө, киң күкрәкте тултырып, тамаҡ төбөнән ғыжылдабыраҡ сыға. Тәбиғи, ҡолаҡҡа ятышлы тауыш. Тикмәгә генә йырланмай ундай йырҙар, йөрәктән атлығып, күңел ташҡанда ғына тышҡа урғый.
Эргәгә үҫмер ҡиәфәтле, һонтор буйлы милиционер килеп баҫты ла, ҡулын сикәһенә тигеҙеп алғас, йырлаусыға мөрәжәғәт итте:
-Товарищ, Вы не…
-Ҡустым, ул бер кемгә лә ҡамасауламай, йырлап ҡына ултыра, иҫерек тә түгел. - Башҡорт икәнлеге күренеп торғанлыҡтан, милиционерҙы бүлдереп үҙебеҙсә өндәштем.
-Не в гостях сидит, порядок надо соблюдать! - Был бирешергә теләмәй, ҡайымлашты, шунан, икеләнеберәк торғандан һуң, ҡаҙалып ҡына кит, тигәндәй, ҡулын һелтәп китеп барҙы.
Йыр тамамланды. Йырлаусы маңлайын һыпырҙы, түбәтәйен төҙәтеп кейҙе, янында ултырған малайҙың арҡаһынан гөпөлдәтеп һөйгәс, минең яҡҡа ирәбеләнеп һирпелде, «рәхмәт, йырҙы бүлдермәнең» ти ине йылы ҡараш, ә ауыҙҙан: «Шулай улым…» - тигән өн ишетелде.
Уңғансы булмай, Сибай поезына ултырырға саҡырҙылар. Ярты зал, төйөнсәктәренә, сумаҙандарына йәбешеп, урынынан ҡупты. Халыҡ ҡуҙғыған ҡорт күселәй геүләргә тотондо. Ҡабалан ығы-зығы башланды.
Плацкарт вагондағы тәғәйен урынымды табып, өҫ кейемен һалып ҡына тора инем, арттан һүҙ ҡуштылар:
-Юлдаш булырға мөмкиндер?
-Билеттағы номерың тап килһә, рәхим ит.
Боролһам, малайын эйәрткән теге ир артымда тора ине. Күптәнге танышымды осратҡандай, йылмайып ебәрҙем, уйламағаныраҡ һүҙ ысҡындырҙым:
-Был һеҙме ни әле?
-Мин. Танышайыҡ. Сәлимйән булам. Сәлимйән Яхин.
Исемемде әйттем. Ҙур ус ҡулымды ауырттырғансы ҡыҫты.
-Сережа, улым, күреш ағай менән.
Малай шикләнеберәк ҡарап торҙо ла ирҙең артына ышыҡланды.
Урынлаштыҡ. Юлаусылар, поезды дәррәү һырып алһалар ҙа, таралып урын-лашҡас иркен булды ла ҡалды. Беҙ ҙә бүлектә өс юлдаш ҡына булып сыҡтыҡ. Пинжәген һалып, еңдәрен һыҙғанып ебәргән Сәлимйән, дәү юл сумкаһынан һыйын сығарып өҫтәлгә теҙеп ташланы ла ауылса йомартлыҡ менән табынға саҡырҙы:
-Ҡорҙаш, яҡынла, көнө буйы йүгергеләп йөрөп, ҡорһаҡ та асты, ҡапҡылап алайыҡ, - яттың аҙығына ынтылырға ҡыймай дипломатыма йәбешкәйнем, теге ҡул һелтәне, - ризығыңды ҡайҙа ҡуймаҡ булаһың, алдындағыңа хуш.
-Арыу коньяк бар ине, аппетитлыҡ ҡына самалап, тамаҡтарҙы сылатып алайыҡ булмаһа.
-Ҡуй, табындың йәмен ебәрмәйек, улым да эскән кешене өнәмәй.
Тартыныбыраҡ ҡапҡылап ултырам. Сәлимйән үҙе лә ихласлап ашай, мине лә ҡыҫтай, эргәһендә ултырған улына ла хәстәрлекле өндәшә:
-Һин яратҡан майлы эремсек һалды әсәйең, ә Бөйрәкәй көтөүҙән күстәнәскә ҡаймаҡ алып ҡайтҡан, ҡабып ҡара әле.
Бөтәһенә лә үрелә малай, үҙе ирәмһеп, Сәлимйәнгә ҡарап-ҡарап ала.
Поезд теләр-теләмәҫ кенә ҡуҙғалып китте лә хушлашҡандай тимер юлды оҙа-тып барыусы текә тауҙың биленән ҡосаҡланы, ығышып килеп, Ағиҙел аша һалынған күперҙең суйын иҙәнен сүкегәндән һуң сәфәрҙең айышына төшөнгән күндәм аттай ылдый бара башланы. Вокзалда һатып алған гәзит-журналдарҙы ҡараштырыр инең яҡтылығын да әйтер инем, ташҡа үлсәйем, мунсаныҡынан ары ки-тмәгән. Күршеләге юлаусылар йоҡларға йыйына башланылар. Сәлимйән дә өҫкө һәндерәнән матрац тартып төшөрөп, урын йәйҙе, малайы сисенеп ятҡайны, өҫтөнә одеалын ябып ян-яғын ҡымтыштырҙы:
-Йоҡла, улым, тыныс йоҡо булһын.
-Һиңә лә атай, тыныс йоҡо, әсәйгә лә.
Мин дә мыштырҙап урын йәйергә керешеп киттем.
-Төтәтеп алабыҙмы? - Сәлимйән шулай тине лә ситкә ҡуйылған сумкаһын-да соҡона башланы.
-Мөмкин.
Тамбурға сыҡҡас, сигарет тәҡдим иттем.
-Рәхмәт, минең үҙемдеке. - Юлдашым пинжәгенең түш кеҫәһенән башы еҙ балдаҡ менән ҡайылған ҙур ғына төрөпкә, салбар кеҫәһенән матур сигелгән кисет сығарҙы. - Баҡсамда сәскәнде тартам. Башҡаны һурһам, ашап та тамағым туймағандай тоям үҙемде.
Төтәтеп ебәрҙек.Сәлимйәндең тәмәкеһе ысынлап та, зәһәр ине. Ҡырҡыу төтөн, күҙҙәрҙе әсеттереп, үҙәк буйын ярып алып бара.
-Йә, нисек?
-Шәп әй!
-Әйтәм бит, йоҡо килгәндә, күҙҙәр асылып, фекер томаланғанда, зиһен яҡтырып китә. Араҡы менән дуҫлыҡ юҡ, ә бына тәмәкене ашайым. Шуныһына ла риза ҡатын.Тағы көтөүсенең айырылмаҫ юлдашы - йыр була. Йырламаған көтөүсе булмай, моңһоҙҙарына ҡәҙәр мөңгөрҙәп булһа ла йөрөй. Мин дә ныҡ ҡыуанған мәлдәремдә ҡысҡырып йырлай ҙа ебәрәм. Һантыйланғанмы был, тип аптырап ҡарайҙар ҡайһы саҡ.
-Бөгөн ҡыуаныслы көнөгөҙ, әләйгәс?
-Вокзалдағын әйтәһегеҙме? Эйе.
Һүҙ өҙөлдө. Икебеҙ ҙә вагон стенаһында тыптырҙап бейегән ямғыр тауышын тыңлап бара башланыҡ. Ауылдар, йыш осраған бәләкәй туҡталыштар һирәгәйҙе, поезд, һынын турайтып, тиҙлеген арттырҙы. Тәҙрәнән үтә тишеп, ҡараңғылыҡ төксәйгән. Тәмәкеләрҙе тартып бөтөрҙөк.
- Йоҡлайыҡ, булмаһа,- Сәлимйән шулай тине.

Инеп урыныма, икенсе ярусҡа үрмәләнем. Ҡулдарҙы баш аҫтына ҡуйып, салҡан ятам. Тиҙ генә йоҡлап китерлек түгел. Сәлимйән малайы эргәһенә ултырҙы, уның яртылаш иҙәнгә төшкән одеялын ҡалҡытып япты:
- Асынып йоҡларға ярата. Төндә әллә нисә тапҡыр тороп ҡарайбыҙ.
- Уларҙың бөтәһе лә шул инде ул.
- Һинең нисәү?
- Берәү. Баш бала ла, кинйәһе лә.
- Суғым түгел икән.
- Эйе. Уныһын да ҡоҙоҡтан алдыҡ.
- Китсе, - Сәлимйән бот сапты. - Беҙҙеке лә торна килтергән бала.
- Һиҙгәйнем былай.
Тағы тынлыҡ. Мин әйләнеп-тулғанып ята бирәм, Сәлимйән,урынына ятып, йоҡлап китте шикелле.
Туҡ-туҡҡҡ… Туҡ- туҡҡҡ. Поезд, таныш саҡрымдарын һанап, бара бирә. Осһоҙ- ҡырыйһыҙ юлдар. Юлдар өҙөлмәй, береһе икенсеһенә ялғанып, мәңгелеккә ынтылып, тәгәрәй бирә.
Дөрөҫ әйткәндәр, ерҙә йәшәү дауам итһен өсөн һәр кем үҙ ғүмерендә ағас ултыртырға һәм бала тәрбиәләргә бурыслы… Эргәмдә ятҡан Сәлимйән кеүек, сөнки ул малай үҫтерә…
- Айҙар, ә, Айҙар?! Йоҡламайһыңдыр бит? - Сәлимйән ингәндән алып тәүге тапҡыр исемемде әйтеп өндәште.
- Юҡ шул. Ҡатынды ҡосаҡлап йоҡлап өйрәнгәнмен дә, түшәк һалҡын. Шуға фәлсәфәгә бирелеп ятыла. - Шаярып өндәштем.
Сәлимйән тороп уҡ ултырҙы, муйынын юғарыға һондо:

- Барыбер йоҡлап булмай, төтәтеп алайыҡмы тағы?
- Яңы ғына тарттыҡ та инде. Һинең төтөндән әле булһа ла күҙҙәр әсеттереп тора. Теге шешә күңелде аҙҙырып ята, булмаһа, башына етәйек шуның.
Юлдашым, икеләнгәндәй итте лә, ҡул һелтәне:
- Давай. Төш.
Вагондың былай ҙа ҡойто уты тағы ла кәметелгәнгә күрә, баш осондағы йызлаған һүрән яҡтылыҡ эргәңдәген танырлыҡ ҡына. Төртәләнеп, ҡабырлыҡ ризыҡ сығарҙыҡ, һыйымды өҫтәлгә ҡуйҙым.
Стакандарға эсемлек тамыҙҙым. Сәкәштерҙек. Сәлимйән өлөшөн ҡомһоҙлан-май йотто, сытырайҙы, ризыҡҡа үрелде.
Тағы берәрҙе тоттоҡ. Әҙерәк тын ултырғас, Сәлимйән һорап ҡуйҙы:
- Минең өҙөк-йыртыҡ һөйләүемдең айышына төшөнөрлөк түгел шикелле, шулаймы? Башлайым да ташлайым, унан-бынан тотоп һөйләйем.
- Яҙмыш тигәнең һыпра һөйләрлек шыма булмай бит.
- Ауыҙ тултырып һөйләрлек, тел шартлатып тыңларлыҡ йәшәлмәне былай. Тағы аҙым һайын баштан үткәнде бәйән итә торған ғәҙәтем дә юҡ. Бөгөн күктең етенсе ҡатына баҫып ҡыуанып, йөрәкһеп ҡайтып килеүем. Шатлығым эсемә һыймай, тышҡа урғыла. Һөйләмәй әмәлем юҡ. Өҫтәүенә юл да оҙон, таңға саҡлы бәүелергә. - Һыйлағанда һыу булһа ла эс, тигәндәй, әҙәп өсөн генә тотоп ултырыуым. Саманан арттырмайыҡ.
Сәлимйән, ситкәрәк шылып ултырып, ҡайҡая биреберәк, ҡулдарын ҡаушарҙы, мин дә өҫтәлгә терһәкләнеп, сикәләремде услап, тыңларға йыйындым.
- Әбйәлилдән мин. Ташкисеүҙән.
Атай нигеҙе лә шул ауылда, үҙем дә шунда төпләндем. Уҡыуға килгәндә, ыр-атып булманы, уртансылар рәтендә мәктәпте осланым да, фермаға мал ҡарарға сыҡтым да ҡуйҙым, йәйге осор ауыл малын көтәм. Силәгенә күрә ҡапҡасы, тигән-дәй, ҡатындың да белеме урта. Махсус курс бөтөрһә лә, ҡатынды мәктәп дирек-торы тотоп килә килеүен. Хоҙай тәғәлә биргән һәләттер инде, эшен белеп, еренә еткереп башҡара, үҙен балалар ҙа ярата, коллективта ла хөрмәт итәләр.
Сәлимйән артабан, һөйләр хикәйәһен хәтеренә төшөрөргә теләгәндәй, өтөрөй сәсен ыуып ултырҙы ла дауам итте:
- Яйы сыҡһа ла, өйләнмәй һуҙып, ҡарт егеткә ҡалып, байтаҡ йөрөп ташлан-ды тинем бит әле. Атай ҡарт донъя ҡуйғас, әсәй биреште, ҡарыуы тиҙ ҡайтты, өҙ-лөкһөҙ, өйлән, тип мыжый, ә мин, һылтауын табып, йөрөй бирәм. Мәленән һуңға ҡалғас, ни хәл итмәк кәрәк. Һайланаһың әле, төҫө оҡшаһа, ҡылығы күңелгә ятмай, йә киреһенсә. Былай ҡыҙҙар араһында абруй булманы түгел, булды. Аңламаҫһың, эргәләрендә кәртинкә һымаҡ егеттәр бөтөрөлә, ә ҡыҙҙар миңә ҡарай. Сәскәнән сәскәгә ҡунған күбәләктәй йәшәлде. Йөрәк янмай ҙа, ярһымай ҙа.
Бер мәл күрше егет өйләнде, туйына саҡырҙы. Киттек. Бөрйәнгә. Барыу менән, күҙем урта буйлы ҡараҡай ғына ҡыҙға төштө. Төҫө лә, иҫ китмәле булмаһа ла, һөйкөмлө генә. Ябай итеп кейенгән, бит-йөҙөнә лә буяҡ яҡмаған. Үҙен тыйнаҡ, тәбиғи тота. Тән зымбырҙап китте, йөрәк тетрәне: ошо йәшемә саҡлы уны ғына эҙ-ләп, ҡаңғырып йөрөгәнемде тойомланым. Туй ҡайғыһы китте, күҙ алдымда бары ул ғына: бейейме, йырлаймы, сылтыратып көлөп ебәрәме - һәр хәрәкәтен, ым-ишараһын аулайым, үҙенә яҡынлау ҡайҙа, юғалдым да ҡалдым. Шымарған, әрһеҙ танышыу алымдарым юҡҡа сыҡты. Бәхетемә күрә, ҡыҙ кәләште оҙатышырға беҙ-ҙең ауылға килде. Шунда бер-беребеҙгә яҡынайып киттек, тағы әҙерәктән өйләнешергә булдыҡ. Көҙгә, мал ҡураға ингәс, гөрләтеп туй яһаныҡ. Етмеште үт-кән әсәйемдең ҡулынан йорт мәшәҡәттәре төштө, башҡа әбейҙәргә оҡшатып, яулығын яҙып ябынып, ирәйеп түргә менеп ултырҙы. Һүҙ ҙә юҡ, килене менән килешеп йәшәнеләр, Мәстүрәне үҙ балаһылай ҡабул итте. Тик килен йомошап, рәхәтләнеп йәшәргә яҙманы уға, ауыр тупрағы еңел булһын. Ә минең донъя, өйләнгәс, яйға һалынды. Тынысландым. Өйҙә һауыт-һаба шылтыраманы. Һөйөүгә ҡоролған ғаиләлә талаштың, шау-шыуҙың булыуы мөмкинме һуң? Дөрөҫ, бер осор арабыҙ һыуына биреп тә ҡуйғайны. Сәбәбе - балабыҙ булманы. Табиптар ҡәтғи рәүештә Мәстүрәгә бала табырға ҡушманылар. Йөрәге шәптән түгел уның. Бигерәк тә ул теләгәс, самалап та ҡарағайныҡ. Ҡайҙа инде, Мәстүрәне Өфөгә апарып, саҡ ҡотҡарып ҡалдылар. Ғәшиә балдыҙ, ярай, табибә, көнө- төнө янында булып, юҡ дарыуҙарҙы табып, хәстәрләп йөрөмәһә, фажиғәле бөтөр ине ул хәл. Шулай итеп, вәссәләм, атай, әсәй булыу бәхетенән төңөлдөк. Уҙған ғүмер - аҡҡан һыуҙай, тағы ла биш йыл ғүмер уҙҙы. Балаһыҙ йорт - ҡошһоҙ оя, ни тиклем татыу йәшәһәк тә, тормошобоҙҙоң бер сите китек һымаҡ. Бала-сағалы ғаиләргә ҡарап, көнләшәбеҙ, үҙебеҙҙе башҡаларҙан кәм тоябыҙ. Ҡунаҡҡа барһаҡ, бүтәндәр балалары тураһында һөйләп тик ултыралар, уларҙың шуҡлыҡтарын, мәҙәктәрен һөйләп, көлөшөп алалар. Беҙ ауыҙыбыҙға һыу уртлағандай ултырабыҙ. Мәжлестәрҙән дә ял итеү урынына, ҡара көйөккә көйөп, эс бошоп ҡайтыла.

Шулай дуҫ булып, ҡатышып йәшәгән класташым ҡунаҡ күрһәтергә саҡырҙы. Килгән ҡунаҡтың биш-алты йәштәр тирәһендәге ҡыҙы ла бар икән. Илгәҙәк бала табындың йәменә әүерелде: шиғырын да һөйләй, йырлай ҙа, ебәктәй йомшаҡ сәстәрен елпелдәтеп, бейей. Тартынып тормай, Мәстүрәнең алдына менеп китә, миңә төрлө һорауҙарын яуҙырып, башты ҡатыра. Ҡайтырға йыйынғас: « Ҡыҙым, әллә беҙгә ҡунаҡҡа бараһыңмы?» - тим. « Юҡ, һеҙҙең балағыҙ булмағас, өйөгөҙҙә уйынсыҡтар ҙа юҡтыр әле, шуға бармайым», - ти.
Һүҙ ҡушышмай эйәртенешеп өйгә ҡайттыҡ.Тәүге тапҡыр ҡатырғанып әйттем:
-Мәстүрә, былай йәшәргә ярамай!
-Нимә тәҡдим итәһең?
-Белмәйем.
Мәстүрә диванға ҡапланды ла иланы ла ебәрҙе. Ул кисте айырым йоҡларға ят-тыҡ.
Иртәгеһен дә. Ашауҙың таты, өйҙөң ҡото китте. Былай дауам итһә, күренеп тора, хәйерле барып бөтмәйәсәк. Фермаға ла ҡара таңдан сығып китәм дә, кискеһен һуң ғына ҡайтып инәм. Һыуынып бөткән ашты ашыҡ-бошоҡ ҡына ҡапҡылайым да диванға һалҡын түшәккә барып ятам. Ошоғаса ашҡынып ҡайтҡан өйөмдән биҙә башланым.
Эшкә барҙым да кәйефһеҙ генә малдарға бесән таратып йөрөйөм. Шул саҡ шик-шөбһәләр күләгәләгән күңелемде аҡыллы уй яҡтыртып ебәрмәһенме, күҙҙәремде томалаған томан таралдымы ни, зиһенем балҡып китте. Исмаһам, шул турала ике ятып,бер уйлап ҡараһамсы, һантый. Киттем, атты саптырып, мәктәп яғына, сана артында ҡарҙар ғына уйнап, ойоҫҡоп ҡала.
-Мәстүрә, ҡайтайыҡ әле, һөйләшә торған һүҙ бар.
-Төштө көтөп булмаҫмы?
-Булмай. Уңғансы уның ҡыҙыуы бөтә, һүрелә, йәме китә.
Мәстүрәм икеләнеберәк торғандан һуң, сығып санаға ултырҙы, ярһыу дәртемде ул да һиҙҙе, ҡымыйып ҡына ҡарап-ҡарап алған була. Ҡайтып индек тә, сисенеп тә тормаҫтан, хәбәремде һалдым:
-Бала алайыҡ, Мәстүрә! Күпме ҡатын-ҡыҙ балаһынан баш тарта, алып ҡайтайыҡ шуларҙың береһен.
-Ул турала мин дә уйлағайным да, һин ни әйтерһең бит әле, тип ҡурҡып йөрөй инем.

-Нимәнән ҡурҡаһың?! Хет хәҙер үк алып ҡайтайыҡ! Йүләркәйем минең!-Ҡатынымды ҡулдарыма алып, әйләндерә башланым. Ул тағы илап ебәрҙе, тик был юлы шатлыҡ йәштәре ине уның.
Ҡыуаныстан ҡанатланып, фермаға елдерҙем, ә башта тағы ла хәтәр һорау ки-леп тыуҙы. Баланы ҡайҙан алырбыҙ, балалар йортонанмы, әллә бала табыу йор-тона мөрәжәғәт итергәме? Балалар йортонан өс-дүрт йәшлекте алдың да икән, ти, ул беҙгә ылығырмы, атай, әсәй, тип әйтерме?

Икеле-микеле уйҙарымды Мәстүрәгә лә әйтеп уртаҡлаштым. Ул да минең менән килеште. Баланы бала табыу йортонан алырға булдыҡ. Кис ултырып Өфөлә йәшәгән Ғәшиә балдыҙға аңлатып, хат яҙҙыҡ, үтенесте һуҙмауын әйттек.
Үҙебеҙ магазиндан әйберҙәр ташырға керештек, ситкә сыҡһаҡ та, буш ҡул мен-ән ҡайтмайбыҙ: манеж, балалар өҫтәле, коляска, өс тәгәрмәсле велосепед, эреле-ваҡлы уйынсыҡтар, малайҙар, ҡыҙҙар кейем-һалымы, тағы әллә нимәләр алып бө-төрҙөк. Кис етһә, шуларҙы теүәлләп, рәткә килтереп , хыялға бирелеп , йоҡларға ятабыҙ.
Ташландыҡ булһа ла, бала алыуы еңелдән түгел икән. Көтөгөҙ, ошо документ-тарҙы әҙерләй тороғоҙ, тип хат алыуыбыҙға ла йыл самаһы булып китте, ә балдыҙ өндәшмәй ҙә өндәшмәй, хаттары килеп торһа ла, беҙҙең үтенес тураһында ләм-мим. Әллә оноттомо? Онотмаған икән. Буранлы кистәрҙең береһендә телеграмма килеп төштө. «Тиҙерәк килегеҙ. Көтәм». Кинәйәләп яҙылған булһа ла, шундуҡ аңланыҡ.Тик бәлә, нисәнсе көн инде туҡырамай ҡоторонған буран юлды күм-гән, автобус та йөрөмәй, трактор ҙа үтерлек түгел. Йөрөнөм-йөрөнөм дә, киттем уп-равляющийға. Теге тиҫкәре ыжламай ҙа, буран баҫылһын, юл ярһындар, үҙемдең УАЗик менән ебәрәм, мынау көндө малсымды аҙаштырырға башым икәү түгел, ти. Сер булһа ла аңлаттым хәлде. Управляющий йүнләшергә һәләтләп үҙе сығып китмәһенме! Күсеренә, хәҙер ат менән йөрөмәгәстәре хәжәте бөткән, күренмәгән толоптарына тиклем тапҡан. Ҡайһы ерен йәйәүләп, ҡайһы ерендә ҡара тиргә батҡан атҡа үҙебеҙ юл ярып, күҙ асҡыһыҙ буран менән алышып, киттек тимер юл вокзалына. Бара торғас, юлдан яҙлығып китәбеҙ, эҙләй-эҙләй кире килеп төшәбеҙ. «Юҡ беҙҙе аҙаштыра алмаҫһың, буран!»- тип ҡысҡырам да ажарланып алға ташланам. Еңелде буран, күҙ бәйләнеүгә бөтөнләй баҫылды. Алда емелдәп Магнитогорск ҡалаһының уттары күренде

Өфөгә килеп төштөк тә, киттек тура балнисҡа һәләтләп, киске поезға сығырға иҫәп. Биреп ебәрҙеләр, ти баланы бирмәй ҙә. Иң тәүҙә баш врачҡа инергә, тағы әллә кемдәрҙән консультация алып, яңынан документтар тултырырға кәрәк булып сыҡты. Ике көн ваҡыт китте. Бына, ниһайәт, алдыбыҙға йоморосай ғына нәмә алып килеп һалдылар, беләк буйы ғына, шау һөйәк тә ҡып-ҡыҙыл тиренән генә хасил. Өҫтәүенә, ян-башы һейҙеккә бешеп, боҙолоп бөткән, ташландыҡ бала кемгә генә хәжәт, ятҡандыр, еүеш, һыҡра йүргәктә. Сысҡан балаһылай яндырып ҡарап ятҡан була. Иламай. Иларға ни, аяҡтары араһында остоҡай ғына нәмәһе бар бит. Малай! Ҡатынды ҡосаҡлап алдым.
Шул мәлде яңынан кисерҙе шикелле Сәлимйән, тороп, әҫәрләнеп йөрөп алды, эйелеп, малайының юрғанын төҙәтештерҙе, яҫтығын ҡымтыны, сәстәрен һыйпа-ны.
-Мәстүрә, бисмилла итеп, ал ҡулыңа баланы, - тим.
-Тәүләп һин ҡағылһаң, һинең һымаҡ аҡыллы булыр, - тип һыйына ҡатыным.
-Ҡурҡыта бит әле, йә берәй ерен ауырттырып ҡуйылыр.
Табиптар дәррәү көлөп ебәрҙеләр.
Магнитҡа килеп төшһәк, беҙҙе совхоз директорының «Волга»һы көтөп тора. Управляющий, ауыл Советы рәйесе, профком хужаһы ҡаршыларға килгәндәр.
Алдынғы малсыларын шулай ҙурлап тороуҙары күңелгә май булып яғылды. Ҡайҙан белгәндәр тиерһең, Тишек ауыҙ управляющий һөйөнсөләп бөткәндер күрәһең. «Волга» ла кәләш менән кейәү егетенә әҙерләнгәндәй, таҫмаларға сырмалған.
Ҡайттыҡ. Балаға һыйыр һөтөн йылытып имеҙлек менән эсерҙек тә йоҡларға яттыҡ. Юлдан арып ҡайтҡанғалыр, өсәүбеҙ ҙә уянмай йоҡлағанбыҙ. Иртәрәк тор-ған Мәстүрә мине уята башланы
-Сәлимйән, тор, ятма әле бызмырҙап. Иғтибар ҙа итмәгәнбеҙ, беҙгә бала-ны яңылыш биргәндәр бит.
-Нисек яңылыш?
-Йүргәген алыштырайым тиһәм, ҡулына бәйләнгән бынау ярлыҡты күреп ҡалдым. Нишләп алғас уҡ күрмәгәнбеҙҙер, ҡуй инде…
-Ярлыҡҡа ни ауырлығы яҙылғандыр, йәнә номеры. Ҡала балнистарында анауынса баланы ҡайһылайтып айырмаҡ кәрәк, әсәне лә номерлайҙар, баланы ла.
- Юҡ шул, исем-фамилияһын, атаһының исемен тулыһынса теркәгәндәр.- Ышанмаһаң, мына. -Ҡулыма йәшкелт төҫтәге клеенка киҫәге килтереп тотторҙо.
Ҡараһам, ысынлап та,Яшин Сергей Григорьевич тип яҙылған.
- Ҡабул иткәнемдә күберәк һине алып йөрөгәндәр ине түгелме, милләтен әйтмәнеләрме ни?
- Әйтеүсе булманы һымаҡ, әллә алабарманланып ишетмәнемме. Урыҫ б-лаһын тоттороп ҡайтарғандар, нимә эшләйбеҙ, атаһы?
«Атаһы» һүҙен Мәстүрәнең тәүге тапҡыр ҡулланыуы ине. Күренеп тора, ҡатыным бала яғында, һуңынан тағы аңлашмаусанлыҡ килеп сыҡмаһын тип, иренән генә түгел, баланың атаһы итеп кәңәш һорай.
- Бына нимә, Мәстүрә, - ҡәтғи ҡарарға киләм, - баланың бында ни ғәйебе, улар бөтәһе лә бер. Алғас, ул - беҙҙең бала.
- Йомала, мулла саҡыртып, исем ататырбыҙ, тигән, инем, балаға кем тип ҡушабыҙ, әләйгәс?
- Фамилияһы беҙҙеке һымаҡ бит, Яшин урынына Яхин,тип яҙҙырырбыҙ, исеме үҙгәрмәҫ, атаһының исеме Сәлимйән улы була.
Тиҙҙән беҙҙең өсөн ысын мәғәнәһендә ныҡлыҡҡа, сыҙамлыҡҡа, сабырлыҡҡа һынау башланды. Шулай тип әйтәм, сөнки күкрәк һөтөн иммәй үҫтергән баланың ауырлыҡтарын елкәләрендә татып ҡарағандар ғына аңлай. Һыйыр һөтө бармағас кәзә һөтөн табып шуны имеҙә башланыҡ, бында ла әле үҙ ауырлығы – баланың эсе ҡата ла китә, шунан оло ярауға бара алмағас иларға тотона. Хәйер, илауға килгәндә өс ай туҡтамай буҙланы инде инде. Ҡан-йән биргән ата-әсәһен таптырҙымы, әллә беҙҙең мөхиткә ерһенергә теләмәнеме, билдәһеҙ. Ҡулға күтәрһәк бер аҙ тынысланғандай итә лә түшәккә һалыуыбыҙ була тызылдарға тотона. Баланы сиратлап күтәреп йөрөп төн уҙғарабыҙ. Тағы шуныһы - өс ай үткәс, илауҙан шып туҡтаны ла ҡуйҙы, һин дә мин ауырлыҡ йыя башланы, кәүҙәһе лә үҙе ишеләрҙән һис тә ҡалышмай. Шунан уны өҙлөкһөҙ кәзә һөтөндә тотоу мөмкин дә түгел, шуға ҡиммәтле балалар аҙығы эҙләп Магнитҡа, Өфөгә сығып китәм, ике яҡ ҡулымда саҡ күтәреп, арҡама артмаҡлап ҡайтып инәм. Баланы тыуҙырған әсә түгел, тәрбиәләгән әсә, тип дөрөҫ әйткәндәр. Нисек кенә булһа ла, өйөбөҙгә йәм өҫтәлде. татлы ла, ғазаплы ла булған ата-әсә ғәменә мәшғүлләнеп, күмелеп йәшәй башланыҡ. Өйҙәге һөйләшеү ҙә бала тирәһенән ары китмәй, ауыҙында күренгән һәр теше өсөн ҡыуанабыҙ, тәүге өндәре йыр булып ишетелә. Булыр бала биләүҙән, тиҙәр бит, малай бик зирәк булып үҫте, йәше тулыр-тулмаҫтан атлай башланы, иртә теле асылды. Әсәһенә эйәреп йөрөп, мәктәп менән таныш булғас, алты йәшенән уҡырға төштө. Мәктәпкә бармаҫ элек үк әлифбаны һин дә мин уҡыны. Быйыл икенсе синыфты бөттө. Бер тартырлыҡ булды, Айҙар, әйҙә.
Сәлимйән урынынан торҙо. Тамбурға сыҡҡас, әңгәмәнең ағышын боҙорға телә-мәгәндәй, тын торҙоҡ. Тәмәке тоҡандырҙым, юлдашым төрөпкәһен тултыра башланы.
- Ямғыр туҡтаны, буғай. - Сәлимйән, тыңлап, шулай тине
- Көн аяҙытыуғалыр, ана, таң ойотҡоһо ла баҙыҡ күренә. Икебеҙ ҙә әле ҡараңғы булһа ла тойомлана башлаған офоҡҡа төбәлдек.
-Көндәрҙең ямғырлы булыуына зарланһаҡ та, быйыл май башында аҙна самаһы арыу торған ине бит, шул осор Сережа, балыҡҡа барайыҡ, тип ҡыр быуынға төштө. Мәстүрә лә, көтөүгә сыҡҡансы ял итеп кил, юғиһә көҙ еткәнсе мал ар-тынан йөрөп, ваҡытың булмай торған, тип, малайҙың ыңғайына һыпыра. Көнө бу-йы мотоциклды ҡараштырып алдым да, кәрәк-яраҡты әҙерләп, алыҫҡараҡ булһа ла Урал йылғаһына киттек.
Көн тымыҡ, аяҙ. Йылға әле ярҙарына ҡайтмаған, болғансыҡ һыуын күбекләндереп, шаулап-гөрләп алҡынып ята. Балыҡ тигәнебеҙ ҙә, ваҡ-төйәк, ташбаш ҡаба шунда. Улары ла Сережа өсөн оло ҡыуаныс. Төшкә ҡарай усаҡ яғып, сәй ҡайна-тып ебәрҙек, тотҡан балыҡты таҙартып, бәләкәй һауытҡа һалып, һурпа бешерергә элдек. Шул мәл, ҡараһаҡ, йылға буйлап туристар аға. Өс кәмәлә киләләр. Сережа, ҡулын болғап, ҡысҡыра башламаһынмы:
-Эй, ағайҙар, һурпа беште, килегеҙ!
Алдағылары көлөшә-көлөшә үтеп киттеләр, арттағы кәмә боролдо бит. Быларҙың берәүһе, мыҡты кәүҙәле һаҡалтай, икенсеһе оҙон буйлы йәш кеше.
-Был йомарт малай беҙҙе һурпаға саҡырҙы бит әле. Танышайыҡ, Анатолий ағай, тиҙәр мине. Һинекесе? - Һаҡалтай урыҫ булһа ла, апаруҡ ҡына башҡортса һупалай.
-Сережа Яхин.
-Сережа Яшин, тиһеңме? - Һаҡалтай ҡабатлап һораны, аптырауы йөҙөнә сыҡты, бер миңә, бер улыма ҡарай.
Был бик тишеп текәлә башлағас, сыҙаманым, әйттем:
- Сережа, бар әле, ҡармаҡтарға балыҡ эләкмәнеме икән, ҡарап кил.
Һаҡалтай башҡаса өндәшмәне, тәмәкеһен тартып бөттө лә, иптәшен эйәртеп, кәмәгә китте. Ниҙер хәтерләгәндәй, кире боролдо:
- Ағай, беҙ ошо арала был тирәгә тағы ла киләбеҙ. Эштәребеҙ бөтмәне әле. Юлда төрлө хәлдәр була, ә тоҫҡап барырлыҡ таныштар юҡ. Адресығыҙҙы бирә алмаҫһығыҙ микән?
Мин, алйот, тот та тулы адресты, исем-шәрифте әйт, эстә мәкер-хәйлә булмағас. Һаҡалтай ҡабат-ҡабат һорап яҙып алды.
Аҙна-ун көн үттеме-юҡмы, көтөүҙән ҡайтып ҡына тора инем, өйөбөҙ эргәһенә ҡара төҫтәге « Волга» килеп туҡтаны. Эсенән оло йәштәрҙәге олпат кәүҙәле кеше сыҡты артҡы ишектә йәш ир, йәнә заманса кейенгән йәш һылыу ҡатын күренде. Мәстүрә йәйге аласыҡта ашын һоҫоп ҡына тора, Сережа ла уның тирәһендә урала. Мин тышта ҡул саям. Килеүселәргә ҡаршы атланым
- Сәлимйән тигән кеше ошонда йәшәйме? - тип һораны теге олпат ир, иҫәнләшкәс.
- Мин булам, әйҙәгеҙ, өйгә инәйек.
- Таныш түгел кешене ваҡытһыҙ маҙаһыҙлау уңайһыҙыраҡ бит әле. – Шулай ҙа өсәүләп артымдан эйәрҙеләр.
Тупһанан аша атлау менән, ҡатын ҡысҡырып ебәрҙе:
- Сережа! - Үҙе балаға ҡарап уҡтала.
Мин ҡапыл килеп тыуған хәлдән шаңҡып ҡалдым, ә Мәстүрә, төйлөгәндән балаһын ҡурсалаған инә ҡоштай, Сережаны йәлт иттереп үҙенә тартты, артына йәшерҙе:
- Теймәгеҙ балама! Һеҙ кем?
- Сережа, сынок… - Ҡатын иңрәүле ыңғырашты, эргәһендәге ултырғысҡа бөгөлөп төштө, йөҙөн ҡушусланы.
- Сережа беҙҙеке! Уны бер кемгә бирмәйбеҙ, ишетәһегеҙме, бирмәйбеҙ! -Мәстүрә малайҙы күтәреп алды ла илай-илай йүгерә-атлай сығып китте.
Өйҙә ауыр тынлыҡ урынлашты. Беҙ, ирҙәр ҙә, ултырышып, баштарыбыҙҙы баҫ-тыҡ, һүҙҙе олпат ир башланы:
- Таныш булайыҡ, мине Алексей Владимирович тиҙәр, профессор. Хәйер уның бында әһәмиәте лә юҡ. Былар – ҡыҙым Людмила, кейәүем Григорий. Эш шунда, - профессор, ары нисек дауам итергә белмәгәндәй, туҡтап ҡалды, йөҙөндә уңайһыҙланыу сатҡылары күренде, - бынан һигеҙ йыл элек Людмила бала табыу йортонда сабыйын ташлап киткән ине… Ул саҡта кейәү менән өйләнешмәгәндәр ине әле, бына хәҙер ҡабаттан табыштылар, шул ташлап киткән баланы эҙләй-ҙәр. Тегендәге врачтарҙан һорашып ҡарағандар ине лә…Үткәндә улым Анатолий осраҡлы ғына һеҙгә тап булған. Эҙләп килеүебеҙҙең сәбәбе шул. Туған, әгәр яңылышмаһам, әле күргән бала минең ейәнем була, төҫө беҙҙең яҡҡа тартҡан.
- Һеҙ яңылышманығыҙ, уны Өфөнән бала табыу йортонан уллыҡҡа алдыҡ. Исемен үҙгәртмәнек, фамилияһы Яшин түгел, Яхин.

- Яшин - кейәүҙең фамилияһы.
- Тимәк, Сережа беҙҙең… - Ир тотлоҡто, «улыбыҙ» тип әйтергә батырсылыҡ итмәне. - Улай булғас, килешә алмаҫбыҙмы икән… Бала ата-әсәһе менән булырға тейештер. Хатабыҙҙы ла таныйбыҙ… - Һүҙ әйтергә уҡталғайным, ҡайҙан ул, ауыҙҙы ла астырмай - Сережаны ете йыл буйы тәрбиәләгән өсөн буш итмәбеҙ. Етерлек аҡсаһын да килтерҙек, риза бул, - ти.
Дипломатын асып өҫтәлгә ҡуйҙы.Ҡараһам, иҫем китте, дипломаттың эсе тулы аҡса, ундайҙы төштә лә күргән юҡ, төргәктәрҙә - өр-яңы аҡсалар. Телдән ҡалдым. Ҡомһоҙлоҡтан, ымһыныуҙан түгел, ғәжәпләнеүҙән. Ауыл ерендә йылдар буйы аҡса алмайҙар, бында меңлек-тәрҙе ҡултыҡ аҫтына ғына ҡыҫтырып йөрөһөндәр әле. Өндәшмәүҙе был үҙенсә ҡабул итте:
- Нимә, әҙме? Тағы өҫтәргә мөмкин.
- Юҡ. Сережаны беҙ аҡса өсөн тәрбиәләмәнек. Аҡса кәрәкмәй.
- Һеҙ аҡсанан баш тартаһығыҙмы? - Григорийҙың күҙҙәре түңәрәкләнде.-Ундай аҡсаны һеҙгә, ғүмер буйы эшләһәгеҙ ҙә, бирмәйәсәктәр!
- Бәхет аҡсаға һатылмай, иптәш.
- Сережа беҙҙең улыбыҙ, беҙҙең ҡандан яралған! Уны барыбер аласаҡбыҙ, белегеҙ уны! Законға ярашлы эш итәсәкбеҙ.
- Людмила! Аҡсағыҙҙы алығыҙ ҙа, машинала көтөгөҙ! - Профессорҙың тауышы талапсан яңғыраны.
Ишек ябылғас, Алексей Владимирович тәмәкеһен сығарҙы:
- Тартырға мөмкиндер?
- Тартығыҙ.
-Мин һеҙҙең аҡса алмаҫығыҙҙы алдан белгән инем. - Профессор, урынынан тороп, бүлмә буйлап йөрөп алды, бөҙрәләнеп торған ап-аҡ сәстәрен һып-ырҙы, ул да тулҡынлана ине булһа кәрәк. - Григорий менән Людмила, аҡсаны күрһәләр, малайҙы һис ҡаршылыҡһыҙ биреп ебәрәсәктәр, тигән булып, юл буйы тылҡып килделәр. Аҡса ҡолдары! Йәшермәйем, аҡса күргәндә, күҙҙәрегеҙ янып һатыулаша башлаһағыҙ, миндә һеҙгә ҡарата насар фекер тыуыр ине. Молодец, улай итмәнегеҙ, ейәнемдә лә шундай сифаттар тәрбиәләгәнһегеҙҙер, тип ышанам. Мин кешенең йөҙөн уның намыҫына ҡарап баһалайым. Был сал сәсле ҡарт еңел генә профессор булып киткән тип уйлайһығыҙмы, юҡ, нужа һурпаһын күп эсел-де. Әле бына Сережа ейәнемде күрҙем дә, үткәндәрем иҫкә төштө. Сережа миңә, бала саҡтағы Алешаға ныҡ оҡшаған.

Алексей Владимировичтың маңлайындағы тәрән йыйырсыҡтар яҙылғандай булды, күҙҙәре, йылы осҡонланып, йөҙө мөләйемләнде.
«Ысынлап та йылдар һалған эҙҙәрҙе иҫәпкә алмағанда, Сережаға тартҡан да баһа!.. Йәнә һаҡалтайҙы йәнәшә ҡуйғанда ла оҡшашлыҡ бар»
- Һеҙҙе күргәс тә, теге һаҡалтайға оҡшатып, сырамытҡайным, - тим.
- Анатолийҙы әйтәһәгеҙме? Заманса әрһеҙ, үткен булһа ла, күп яҡтары миңә тартҡан уның. Ә бына ҡыҙҙы тәрбиәләргә ваҡыт тапманым, кандидатлыҡ, шунан докторлыҡ диссертацияһын яҡлауға иң емешле йылдарым киткәс, ҡыҙ баланы әсәһенә тапшырғайным, ҡатыным унан еңел-елпе күбәләкте әүәләп тә ҡуйҙы. Ер йөҙөндәге беренсе ҡатын Ева, йәнәһе лә, ир кешенең ҡабырғаһынан яралған, тигән ысынбарлыҡтан алыҫ бер дини гипотеза ла бар бит әле, шулай бу-лғас миндә лә ғәйеп бар, тимәк ҡабырғам сифатһыҙ булған, руссалап әйткәндә из некачественного материала, нельзя получит добротный товар. Людмиланы уҡырға теләмәгән көйгә ҡолағынан һөйрәп тиерлек институтҡа кереттем, ә ул студент йылдарында уҡ бала табып, сабыйын ташлап та ҡайтты. Командировкала инем, ҡайтып, ҡатынды күндереп, бала артынан барғанда, уны алып киткән инегеҙ ине инде. Аҫырауға түгел, уллыҡҡа алған осраҡта серҙе асыу ҡәтғи тыйыла икән, врачтар әйтмәнеләр. Өс йыл элек Людмила менән Григорий өйләнештеләр. Кейәү бизнес менән шөғөлләнә, сауҙа белемле, ҡыҙым да төп һөнәре уҡытыусылыҡты ташлап, иренә булыша. Ҡауыштылар ҙа ҡасандыр яҙмыш ҡосағына ташлаған балалары кәрәк булып сыҡты. Йүргәк йыуҙырып йонсотмаған, йоҡоларын бүлде-реп, маҙаһыҙламаған әҙер бала кәрәк уларға…
- Таптылар бит инде…
- Әхлаҡи яҡтан ҡарағанда балаға тулы хоҡуғығыҙ бар һеҙҙең, ә ҡыҙым менән кейәүемдең дәғүәләшергә хаҡтары юҡ. Был минең фекер, ә өйҙәгеләр, йәнә ҡоҙалар ҡуймаясаҡ… - Профессор урынынан торҙо.
-Көн кисләне, Алексей Владимирович, бәлки ҡунып китерһегеҙ?
-Саҡырылмаған ҡунаҡтарҙы ҡуна ҡалдырмайҙар. - Ҡулымды ҡыҫты. - Һау булып тор,ҡустым, үҙең хәл ит, миңә ҡалһа, мәжбүр итергә килмәнем.
Оҙаҡ ултырҙым һеңгәҙәп. Аныҡ ҡына уйға килә алмай, иләҫ-миләҫ тик ултырам. Эсемдә ниҙер өҙөлгәндәй булды. Күңелдә-аңлата алмаҫлыҡ бушлыҡ.
Кисләтеп кенә минекеләр ҡайтып инделәр. Мәстүрә илай барып, буҫығып бөткән. Сережа ла шымтайған.
- Ҡайҙа йөрөйһөгөҙ оҙаҡлап, аш та һыуынып бөттө, - тип мәрәкәләп ҡаршылаған булдым, көсәнеп йылмайҙым. Шаяртыу урынһыҙ килеп сыҡты, көсөргәнешлелек кәмемәне. Өндәшмәйҙәр. Өсәүбеҙ өс яҡҡа ҡарап, бер аҙ ҡапҡыланыҡ, сәй эсеп торманыҡ. Өйгә ингәс, иртәрәк булһа ла, Мәстүрә урын йәйә башланы. Көн дә иркәләнеп, наҙланған, йоҡом килмәй, тип мыжыған малай өндәшмәй генә түшәгенә барып ятты ла юрғанын башынан аша бөркәнде. Быға өйрәнмәгәнлектән, йөрәк өйкәп ҡуйҙы.
Мәстүрә төпкө яҡтың ишеген япты, яныма ултырҙы:
- Нимә эшләйбеҙ, Сәлимйән? Сережаны тартып алһалар, мин бер көн дә йәшәй алмаҫмын. Ул тип кенә йәшәй инем. - Тауышы дерелдәй, күҙҙәренән йәш йылға булып аға.
- Тыныслан. Уны бер кем дә хәҙер үк тартып алырға йыйынмай. Профессор ауыртмаған яғығыҙға ятығыҙ, тине бит.
- Шулай тинеме? - Мәстүрә йәштәрен ҡабаланып ҡорота һалды, өмөтләнеп миңә төбәлде. - Улай булғас, бирмәйбеҙ!
- Ярай, бирмәҫбеҙ, йоҡлайыҡ, арытты бөгөн…
Төн уртаһында Мәстүрә ҡабырғама төртә:
- Сәлимйән, тим, шуны уйлап ятам. Тегеләр иҫтәрен йыйғансы, әллә Бөрйәнгә күсеп китәйекме? Унда беҙҙең ауылдан утыҙ саҡрымдар самаһы арыраҡ Ғәҙелша тигән ауыл бар. Бейек тауҙар уратып алған, ныҡлап кеше аяғы баҫмаған яҡ инде, автобус та йөрөмәй, радио ла, электр уты ла юҡ. Бәлки, унда, урман төпкөлөндә таба алмаҫтар, беҙҙе, ә? Бында эҙләп тапҡастар, ҡуймаҫтар, тип ҡурҡам.
- Бушты һөйләмә әле. Йүнһеҙ хәбәрең менән йоҡларға ҡамасаулайһың. - Һыртыма боролам, ә үҙемдең күҙҙә йоҡо әҫәре булһасы!..
Шул кистән һуң Сережаның үҙгәреүен тойҙоҡ. Уны алыштырып ҡуйҙылармы ни! Һүҙгә әүәҫ малай эсенә йомолдо, һорауҙарға ла теләр-теләмәҫ кенә яуап бирә лә, төпкө яҡҡа үтеп, китабына текәлеп тик ултыра. Уҡыймы, әллә башында икенсе уймы - белмәҫһең. Көтөүҙе ауыл осонда уҡ ҡаршы алған, меңгәшеп ҡайтып, һуңынан һыбай йөрөр ғәҙәтен дә онотто.
Эштән ҡайтһам, Мәстүрә, күҙҙәрен йәшереп илаулап ултыра:
- Сережаның уҡытыусыһы минең менән һөйләште, ғүмерҙә алмаған «икеле»не алған, сәбәпһеҙгә йәнәшәһендәге иптәшенә тондорған да үҙе илай, ти. Өйөгөҙҙә күңелһеҙ хәл булдымы әллә,тип төпсөнә Гөлсара Даяновна. Бөгөн яратҡан эремсекле майын әүәләп биргәйнем, ҡапманы ла. Бүре балаһын бүреккә һалһаң да, урманға ҡарай, һөйләш, аңлаш улың менән.
Киске ашты ашағас, эргәлә шымтайған малайға өндәшәм:
- Улым, һыбай йөрөгөң киләме?
- Ат арыған бит.
- Үлән малдың тешенә эләгерлек булды, һыйырҙар ҡасмайҙар, атҡа ла еңеләйҙе. Әйҙә, һин һыбай йөрө, мин дә билде яҙып киләйем.
Сережаны һыбай атландырып, үҙем арттан эйәреп, ауыл осона йүнәлдек. Тау һыртына күтәрелдек. Ялпаҡ таш өҫтөнә барып ултырғайным, Сережа ла төштө, эргәмә сүгәләне. Бала аңһыҙ була тиген шунан, ошо һөйләшеүҙе көтөп йөрөгән.
- Бөгөн Гөлсара Даяновна беҙгә килгән.
- Күрҙем.
- Мәктәптә ниндәй хәлдәр булып бөттө?
- Тәнәфестә Шамил «урыҫ балаһы», тип үсекләне, шуға һуҡтым, ҡыҙыҡайҙар һымаҡ күп һөйләп йөрөмәһен икенсе. - Сережа, ирендәрен турһайтып, ситкә борола.
- Ә «ике»ле ни өсөн?
- Рус теленән алдым. Саҡ ҡына хаталанғайным, Гөлсара апай: « Үҙ телеңде лә белмәгәс», - тине. Дәрес буйы уҡыманым да, яҙманым да…
«Бына нисек! Беҙ ҡапсыҡта ятмай шул…»
Сережаны яныма ултырттым да яурыныма һалған күфәйкә эсенә тарттым. Шу-ны ғына көткәндәй, малай ҡултыҡ аҫтыма инеп үк ултырҙы.
- Һине бала табыу йортонан алғанда өс көнлөк кенә илаҡ бәпес инең, ауырлығыңды ла ике килограмм ғына тигәйнеләр, хәҙер ана ҡайһылай ҙурайып киләһең.
Улымдың йөҙөндә йылмайыу сатҡыһы күренде лә һүнде.
- Ҙур булғасың, ирҙәрсә һөйләшергә лә мөмкин. Шамил, хаҡлы булмаһа ла дөрөҫтө әйткән. Хаҡлыҡ менән дөрөҫлөк һүҙенең айырмаһы шунда: хаҡлыҡ һүҙен аҡыллы һүҙе менән алыштырырға мөмкин. Хаҡлыҡты йоҙроҡ көсө генә яулай алмай…Үткәндә килгән йәш ағай, һылыу апай һинең атайың менән әсәйең булалар. Әйтмәһәк тә һиҙҙең бит инде. Бик бай йәшәйҙәр, күргәнһеңдер, хәтәр иномарка машиналары бар. Беҙ һинең атайың да, әсәйең дә түгелбеҙ. Был һөйләшеү ҡасан да булһа булыр ине, ни өсөн исемем Сережа,тип, бер һорамаһаң, бер һорар инең, улым. Исемеңде үҙгәртмәнек, сөнки Кеше исемен юғалтырға, уға тап төшөрөргә тейеш түгел. Быларҙың барыһын да, үҫә төшкәс, тәрәнерәк аңларһың әле. Атайың, әсәйең үҙҙәренең барлығын белдерҙеләр, тағы ла килерҙәр. Беҙҙә ҡа-лырғамы, әллә улар менән китергәме икәнен үҙең хәл ит. Тик шуны онотма: һине ныҡ яратабыҙ. Һинһеҙ беҙҙең өйөбөҙҙөң ҡото булмаясаҡ.
Сережа өндәшмәй, аяғы аҫтына текәлеп, тик ултыра.
Ҡайтҡас Мәстүрә шыпырт ҡына һорай һалды:
- Нимә ти?

- Өндәшмәй. Үҙе хәл итһен…
Ут йотоп, нимә булырын шөбһәләнеп көтөп йөрөгәндә Григорий менән Людмила яһил эш ҡылдылар, килеп ҡабаттан һөйләшеүҙе урынһыҙ һанап, беҙҙе судҡа бирҙеләр. Район прокуроры, саҡыртып, һөйләшкән булды, аҡыллы кәңәштәрен бирҙе, беҙҙең яҡлы икәнлеге күренеп тора. Хәлебеҙ тотош ауылға мәғлүм булды. Ауыл ғәйбәтселәренә кинәнеп сәйнәргә яңылыҡ булғандыр инде, шулай ҙа күптәр яҡлап сыҡты, адвокат ялларға кәрәк, ауылдан делегация булып барабыҙ, тинеләр. Беҙ, халыҡты аптыратып, ярҙамдан баш тарттыҡ.
Суд органдары эште ҡыҫҡа тотто, тағы ла бер аҙнанан райондан повестка килеп төштө. Белемле, йышылған ҡала кешеләре кәрәкле документтарҙы һәләтләгәндәрҙер, күрәһең.
Малайҙы ла башҡаса төрлө һорауҙар биреп, маҙаһыҙламаныҡ. Уның да ике ут араһында йөрөгәнлеген тоябыҙ, быҫҡыған хистәр усағына өрһәк, тоҡанып, яндырайланып әллә нимә ҡылып ташлауы бар.
Сережаға район үҙәгенә барырға кәрәклеген, унда ата-әсәһенең көткәнлеген әйттек. Ул башын һелкте, ризалашты булыр. Кискеһен мунсала йыуынып сыҡтыҡ, малайҙың матурлап сәсен алдым. Мәстүрә уныһын-быныһын төйнәгән була, сығып йәшереп беҙгә һиҙҙермәй илаулап та ала шикелле. Улын һуғышҡа оҙатҡан әсәме ни! Йыйынып бөттөк шикелле. Артыҡлап беленмәһә лә әллә күпме төй-өнсәктәр йыйылып китте. Сережа,төпкө яҡҡа сығып, китабына текәлде, беҙ арҡа терәшеп, был яҡта. Ултырабыҙ ят кешеләрҙәй, ауыҙға һыу уртлап. Судҡа Мәстүрәне алып барыу ҡайҙа, йөрәге сыҙамаҫын беләм, шуға, һылтауын табып, өйҙә ҡалдырыу яғын ҡайырам.
Автобус туҡталышына өсәүләп сыҡтыҡ. Мәстүрә Сережаны ҡосаҡлап, маңлайынан яратты ла, ҡырт боролоп, ҡайтыу яғына йүнәлде, һүҙ әйтер хәлдә түгел ине ул.
Билдәләнгән сәғәттә суд залына инеп ултырҙыҡ. Людмила, Григорий, Анатолий килгәндәр, йәнә өлкән йәштәге ике ҡатын, бер ир күренә. Профессор килмәгән. Былар адвокаттың да еллеһен яллағандар, теле телгә йоҡмай, ике һүҙҙең бере-һендә бала ата-әсәһе менән ҡалырға тейеш, тип ебәрә, мин белмәгән, ғүмерҙә лә ишетмәгән закондарҙы ҡат-ҡат баҫым яһап уҡый. Прокурор үҙен бик тарҡау тотто, ғәйепләүсе сифатында сығыш яһаһа ла, минең тарафҡа насар һүҙ ысҡын-дырманы.
Һүҙҙе миңә бирҙеләр.
- Бер нимә лә әйтә алмайым, Сережа улым, үҙе хәл итһен, - тим.
- Улым, тип әйтергә хаҡығыҙ юҡ, ул беҙҙең бала! - Людмила сыпраңлап ырғып сыҡты.
- Һеҙгә һүҙ бирелмәгән, гражданка, тыныс ҡына, әҙәпле генә ултырығыҙ! – Прокурор тегенең ауыҙын тиҙ япты.
- Һеҙ, иптәш Яхин, баланы биреүгә ҡаршы түгелһегеҙме? - Судья аптыраулы ҡарап ултыра. - Дәғүәгеҙ ҙә юҡмы?
- Юҡ. Сережа беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле кеше, беҙгә һигеҙ йыл ата-әсә булыу бәхетен бүләк итте. Ул ирекле, һуңғы һүҙҙе ул әйтһен.
- Малай әлегә бәлиғ түгел, ҡарар ҡабул итә алмай, ә документта һеҙ атай булып иҫәпләнәһегеҙ.
- Минең башҡа сарам юҡ, хөрмәтле судья. Хәҙер көсләшеп алып ҡалырмын да аҙағын уйлайым. Улым ҡасан да булһа беҙҙе ғәйепләр бит.
Судья заседателдәре яғына боролоп, ниҙер бышылданы ла, ҡарар ҡабул итергә тәнәфес иғлан итте. Тәүҙә Сережаны саҡыртып һөйләштеләр.
Күтәрмәлә торабыҙ. Ҡаланыҡылар беҙгә яҡынларға ҡыймай, ситтәрәк шыш та быш һөйләшәләр, үҙҙәренең ике күҙе балала.
Һиҙәм, Сережа улар менән китәсәк. Шуға, ҡабаланып,һуңғы һүҙҙәремде әйтәм:
- Улым, адресты беләһең, ваҡыт табып, хат яҙып тор. Яттарҙан һорама, бына әҙерәк аҡса, тәүге осорҙа кәрәк булыуы бар. Сумка төбөнә әсәйең йөн ойоҡ-баш һалған, иртәле-кисле һалҡын була, кейеп йөрөһөн, тине. Тегендә өйрәнгәнсе яңғыҙың сығып китмә, аҙашырһың, урамда, юл аша сыҡҡанда ла абай бул, ҡыҙыл ут һүнеп йәше янмайынса урыныңдан ҡуҙғалма. Светофорҙы хәтереңә төшөрөүем...
Эскә саҡырҙылар. Аяғүрә баҫтыҡ.Суд ҡарарын яҙа-йоҙа ғына ишетәм, күҙ алды томаланған, ҡолаҡ шаулай, йөрәк күкрәкте ярырҙай булып, дарҫылдай.
- Сережа улым, бар атай-әсәйеңә…
Улым мине ҡосаҡлап алды, ебәрмәй торҙо, күҙҙәрендә йәш күренде.Үҙе нимәнәндер ҡурҡҡандай, һипһенгәндәй әкрен генә тегеләр яғына йүнәлде.
Ҡара «Волга» ҡуҙғалып китте. Ә мин, ул күҙҙән юғалғансы, артынан эйәреп атланым да атланым…
Сәлимйәндең төрөпкәһе күптән һүнгәйне. Ул уның көлөн ҡый һауытына ҡаҡ-ты, кисетын сығарып, яңынан тәмәке тултыра башланы, фекерен төйнәргә телә-гәндәй, төрөпкәне ныҡ итеп тыңҡыслай. Әсе төтөнгә эйәреп, хикәйәнең дауамы ағылды:
Туҡталыштан ҡайтып киләм, үҙем әллә ҡайҙан өйҙө күҙәтәм. Башҡа өйҙәрҙән айырылыңҡырап, ҡото ҡасҡан харабалай һерәйеп торған кеүек. Ихата эсе лә буп-буш тойолдо, ғәҙәттә, саңға ҡойоноп, кинәнеп ҡый тибеп, мәш килгән ғәмһеҙ тауыҡтарына ҡәҙәр ҡайҙалыр боҫоп бөткәндәр, юҡ-барға лауылдарға әүәҫ Аҡтыр-наҡ та ҡаршы йүгереп сыҡманы, мине күргәс, сыйнап, ҡойроғон болғап ҡына ҡуйҙы. Өйҙөң ишеге шар асыҡ. Ҡабаланып индем. Мәстүрә диванға ятып тора, ҡулы йөрәге тапҡырын маҡыған, йөҙө ап-аҡ. Мине күргәс тә, өндәшмәне, тойғо белдермәне. Фельдшерға барып әйтә һалдым да ылау эҙләргә сығып йүгерҙем. Ҡырҡ бәлә менән Мәстүрәне район дауаханаһына алып барып һалдыҡ, йөрәк өйәнәге тотҡан, аҙна самаһы ятыр, тинеләр. Һалҡын өйгә ҡайттым да, һыуытҡыстан шешә сығарып, ярты стакан араҡыны төп күтәрә ебәрҙем. Утлы ағым янған йөрәкте баҫҡандай итте. Тағы һалып эстем. Иртәгеһен көтөүгә сыҡманым, унан иртәгеһенә лә. Мәстүрәне алып ҡайтҡас, тормошҡа йәм өҫтәл-гәндәй булһа ла, йәшәүебеҙҙең рәте китте. Көтөүҙе ауылға индерер саҡта алан-йолан ҡарана башлайым. Улым бына-бына тыҡрыҡтан йүгереп килеп сығыр төҫлө. Сережа киткәндән алып өйҙө лә йыйыштырмайбыҙ, бөтә нәмә ул бар саҡта нисек булған, шулай ята: өҫтәлдә-асылған китап, иҙәнгә яңылыш төшөрөп ебә-релгән ҡәләм, көҙгөлә ҡалған пластилинлы бармаҡ эҙҙәре. Тәрилкәлә тешләп ҡалдырылған икмәк һынығы… Барыһы ла уны хәтерләтә, барыһы ла уны көтә һымаҡ.
Күшегеп көтөүҙән ҡайтып киләбеҙ. Көнө буйы яуған ямғыр брезент плащтан үтә һуҡҡан. Арыттырған, йонсолған. Эстәре һырттарына сыҡҡансы ашаған һыйырҙар, уфылдашып, ҡабаланмай ғына атлайҙар. Аттар ҙа көтөү ыңғайына килә.
Ҡапыл ярҙамсым Мансур ҡысҡырып ебәрҙе:
- Сәлимйән ағай! Ҡара әле, күлдәксән генә көйө Мәстүрә апай беҙгә ҡаршы йүгерәсе, әллә берәй хәл булдымы тағы?
Икәүләп уға ҡаршы саптыҡ.
Мәстүрәнең күлдәге лысма һыу, еүеш сәстәре биттәренә һылашып бөткән. Яныма килгәс, өҙәңгегә йәбешеп, быуылып торҙо, шунан көскә әйтте:
-Сәлимйән! Бына Сережанан хат! Ҡайтырға сыҡҡан!
Конверты ала һалып күҙ йүгерттем. Аҫҡы өлөшөнә ҙур итеп яҙылған « С. Яхин» тигән һүҙҙәр күренә. Хатҡа ике генә һөйләм яҙылған: «Атай, ҡайтырға сыҡтым. Ҡаршы сығып ал!»
Доньяның аҫты өҫкә килде. Ҡапылдан ҡубып, юлға йыйына башланым. Мәстүрә илай-көлә йүгереп йөрөй, көс етмәҫлек итеп, юллыҡ аҙыҡ төйнәп ташланы.
- Сәлимйән, туҡта әле, юлға йыйынаһың да ул, Сережаны ҡайҙан табырһың икән? Өфө бит беҙҙең ауыл ише түгел. Ҡайтам, тип икенсе йүнәлештәге поезға ултырып сығып китһә!
- Эйе шул, ул турала бөтөнләй уйламағанбыҙ. Ҡаршы сығып ал, тигән булған, ҡана һуң күрше йорттан ғына сығып алһаң. Нишләйбеҙ, әсәһе?
- Нисек кенә булһа ла, бар инде һин, Сәлимйән, тимер юл вокзалын ҡараштыр, урамдарҙы эҙләштер, кешеләргә йәүкәлә, берәүһе күрмәһә, икенсеһе күргәндер, донья бит ул түңәрәк, бәлки табылыр…
Аптырашып ултырғанда, ишек шаҡынылар. Почтальонка икән, телеграмма килтергән: «Ваш сын, Яхин Сергей находится в отделении милиции… района города Уфы. Просим…»
Аңлашылды. Ылау таба һалып, юлға сыҡтым, киске поезға өлгөрөргә кәрәк.
Өфөгә килгәс, телеграммала күрһәтелгән милиция бүлеген эҙләп, ҡала буйлап оҙаҡ йөрөргә тура килде. Бына ул бүлек. Эскә үтәм, дежур милиционерға хәлде аңлатам. Бер аҙҙан малайҙы алып сыҡтылар. Тартылып, йоҡарып киткәндәй, йөҙө бойоҡ. Мине абайлағас, күҙҙәре янып китте, ҡосағыма ташланды
- Атай!
- Улым!
Мин илайым, малай илай. Бер-беребеҙҙе һығып ҡосаҡлап, күпме ултырған-быҙҙыр, баяғы милиционер яурынға ҡағылды:
- Эш ваҡыты, документтарҙы тултырайыҡ та…
Кәрәкле ҡағыҙҙарға ҡултамғамды ҡуйып ҡына тора инем, ишек алдына теге ҡа-ра «Волга» килеп туҡтағаны күренде. Сережа миңә ҡабаттан йәбеште, ысҡындырырмын тимә:
- Атай, мин унда бармайым! Улар минең өсөн ят. Һин - минең атайым! Атай, бирмәйем, тигән!
- Сережа, балам, ҡурҡма, бөтәһе лә һәйбәт буласаҡ…
Уңғансы булмай ишектә Людмила күренде. Ҡоҙғондай ярпылдап килеп Сережаға йәбеште, тартҡылай башланы:
- Бала минеке! Бир! Сережаны сихырлағанһығыҙ, барыбер дауалап аласаҡбыҙ… Бир, баланы!..
Сат йәбешкән ҡатындан ҡотолорға итәм. Көрмәкләшә башланыҡ. Ни эшләргә белмәй, хәлдең айышына төшөнмәгән милиционер аптырап ҡалған.
- Людмила! - Ишектә Алексей Владимирович күренде.
Ҡаты тауыш ҡатынға арыу ғына тәьҫир итте шикелле, эргәһендәге ултырғысҡа ултырып, шарылдап иларға тотондо.
- Башта шулай иларға кәрәк ине - һин балалы, мин ейәнле булыр инем. Хәҙер һуң инде! Бала уларҙыҡы, һәйбәт кешеләрҙеке! Кеше итәсәк улар ейәнемде, кеше итәсәк! - Милиционерға мөрәжәғәт итте. - Мин шаһит, бала - уларҙыҡы. Документтарын ҡарай алаһығыҙ.
Бая вокзалға төшкән шул профессор ине бит.
Сәлимйән хикәйәһен тамамланы.
- Ҡара әле, ҡорҙаш, таң һыҙылып та килә. Офоҡ ап-аяҙ.
Поезд Магнитогорскиға ла яҡынлаша. Әле ҡала күренмәһә лә, халыҡ сығыу яғына сиратҡа теҙелде. Мин дә юлдаштарымды оҙатырға баҫтым.
- Айҙар, әллә төшөп ҡалаһыңмы? Берәр көн ҡунаҡ булырһың, Мәстүрәм менән танышырһың, ауылыбыҙҙы күрерһең.
- Осрашырбыҙ әле, Сәлимйән. Юлдар өҙөлмәй, осрашырға теләк кенә булһын.
Юлдашымдың бәхетле йылмайыуы һүҙҙәремде кеүәтләй.
Вокзалда ҡайнаған халыҡ араһынан Сәлимйән менән Сережаны юғалтырға теләмәгәндәй, күҙ яҙлыҡтырмай, оҙатып ҡалдым. Бына улар, бәләкәйләнә барып, ҡара һәм һары нөктәгә әүерелделәр. Әүерелделәр, ләкин айырылманылар.

ejansura.ru

Ҡаршы сығып ал
Ҡаршы сығып ал
Автор:
Читайте нас в