+30 °С
Болотло


Быйыл Башҡортостанда биш медицина учреждениеһы төҙөү планлаштырыла: Баймаҡ ҡалаһында поликлиника, Өфөлә 9-сы ҡала клиник дауаханаһы, Мәсәғүттә һәм Оло Ыҡтамаҡта үҙәк район дауаханалары һәм Ҡырмыҫҡалы үҙәк район дауаханаһын төҙөкләндереү күҙаллана. Был хаҡта һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин «Сәләмәтлек сәғәте»ндә хәбәр итте.
Шулай уҡ 44 авария хәлендәге ФАП-ты модулле ҡоролмаға алмаштырыу, 10 медицина ойошмаһын капиталь төҙөкләндереү планлаштырыла, 101 медицина ҡорамалы һатып алынған, 85 санитар автомобиль менән тәьмин итеү күҙаллана.
https://ye102.ru