

Бөгөн БР Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Патриот” хәрби-патриотик паркына Рәсәй Геройы, өлкән лейтенант, десантсы Максим Серафимовтың исеме бирелеүе тураһында белдерҙе.
Рәсәй Ҡораллы Көстәре Генераль штабы идаралығының махсус тәғәйенләнештәге 2-се айырым гвардия бригадаһының махсус тәғәйенләнеш төркөмө командиры, Өфө егете Максим Серафимов 27 февралдә Украинала барған махсус операцияла батырҙарса һәләк була . Разведка отряды дошмандың көслө утына эләгә.Әммә улар юғалып ҡалмайҙар. Өлкән лейтенант Серафимов 30 дошманды һәм бер бронетранспортерҙы юҡ итеп ойошҡанлыҡ менән оборона тота. Сираттағы штурмда гранаталарҙың береһе офицерҙан ике метр алыҫлыҡта төшә. Командир Максим Серафимов ҡул аҫтындағыларҙы үлемдән аралап ҡалыр өсөн уны үҙенең кәүҙәһе менән ҡаплай . Батырлыҡ күрһәткән ҡаһарман офицер Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ булды.
Фото: Башинформ.