Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
8 Август 2022, 03:19

Ҡышҡылыҡҡа икра әҙерләйбеҙ

Баҡсала ашҡабаҡтар күбәйеп киттеме? Ҡышҡылыҡҡа бына тигән икра әҙерләргә була.

Ҡышҡылыҡҡа икра әҙерләйбеҙҠышҡылыҡҡа икра әҙерләйбеҙ
Ҡышҡылыҡҡа икра әҙерләйбеҙ
Баҡсасылар ашҡабаҡты айырыуса яратып үҫтерә, сөнки был йәшелсәнең файҙаһы ла күп, унан бик тәмле ризыҡтар ҙа әҙерләргә була. 20 сантиметрға тиклем үҫкән ашҡабаҡты өҙөп ашарға була, артыҡ үҫеп китһә, тәме үҙгәрә һәм ҡабығы ҡатып китә. Бынан тыш артыҡ үҫкән ашҡабаҡтар яңыларына үҫергә ирек бирмәй.
Әгәр ҙә сентябрь аҙағына ҡәҙәр яңы өлгөргән йәшелсә өҙөп ашайһығыҙ килһә, уларға артыҡ үҫергә юл ҡуймағыҙ. Иң яҡшыһы, ҡышҡылыҡҡа икра эшләгеҙ. Бик тәмле лә, файҙалы ла ул. Икенсе аш янына бер тигән ризыҡ та буласаҡ.
Икра әҙерләү өсөн 3 килограмм ашҡабаҡ, 2 килограмм помидор, 3-5 болгар боросо, 4 баш һарымһаҡ, 3 кишер, 1 әсе борос, 1 стакан үҫемлек майы, 6 сәй ҡалағы тоҙ, 8 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо һәм 3-4 аш ҡалаҡ 9 процентлы аш һеркәһе кәрәк буласаҡ.
Ашҡабаҡты, боросто, кишерҙе ваҡлап турайбыҙ (кухня комбайны аша сығарырға ла була), помидорҙы ит тартҡыс аша йәиһә блендерҙа ваҡлайбыҙ.
Иң башта ҡаҙанға үҫемлек майы һалабыҙ, ул ҡыҙғас, помидорҙы һалып ҡайнатып сығарабыҙ һәм кишер өҫтәйбеҙ. Уларҙы 20 минут ҡайнатҡандан һуң, ашҡабаҡты, әсе һәм татлы боросто ҡушып, йәнә 40 минут ҡайнатабыҙ. Һүндерергә биш минут ҡала ҡырғыстан сығарылған һарымһаҡты һәм аш һеркәһен һалып, яҡшылап болғатабыҙ.

Икраны стерилләштерелгән банкаларға ҡайнар килеш тултырып, йылы урынға ҡаплап ҡуябыҙ. Шулай эшләгәндә, ул бик яҡшы һаҡлана ла.

Фото: nazimurecept.ru
 
Ҡышҡылыҡҡа икра әҙерләйбеҙ
Ҡышҡылыҡҡа икра әҙерләйбеҙ
Автор:
Читайте нас