Дим буйҙары
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
9 Август 2022, 13:45

Үҙенсәлекле проект ғәмәлгә ашырылған

Өфөләр һәм ҡала ҡунаҡтары Коммунистик урамы, 65/2 адресы буйынса урынлашҡан йорт эргәһенән туҡтамай үтмәй, сөнки унда фамилиялар яҙылған.

Үҙенсәлекле проект ғәмәлгә ашырылған
Үҙенсәлекле проект ғәмәлгә ашырылған

Ниндәй фамилиялар яҙылыуы һәр кемгә ҡыҙыҡ. Баҡһаң, Башҡортостандың 200 спортсыһы һәм тренерының фамилиялары яҙылған стрит-арт икән был. Идеяның авторы – Екатерина Плахутина, ул 16 йыл Башҡортостан физик культура институтында уҡыта. Рәссам-дизайнер Дмитрий Ламонов идеяны ғәмәлгә ашырған. Проект  Мәҙәни инициативалар президент гранты ярҙамында эшләнгән.

Семен Елистратов, Аделина Заһиҙуллина, Игорь Дивеев һ.б. Башҡортостанда ысынлап сағыу исемдәр күп. Улар беҙҙә генә түгел, бөтә донъяға билдәле. Ирекмән Наил Мостафин менән рәссам проект өҫтөндә 13 көн эшләгәндәр: дүрт көнө майҙансыҡ әҙерләүгә киткән, 9-ы һүрәт эшләүгә.

200 һанында туҡталырға уйламайҙар, сөнки республикабыҙҙа яңы исемдәр тыуып тора.

Был хаҡта Башньюс хәбәр итә.

belizv-bash.ru

Үҙенсәлекле проект ғәмәлгә ашырылған
Үҙенсәлекле проект ғәмәлгә ашырылған
Автор:
Читайте нас: