Дим буйҙары
+13 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
9 Август 2022, 15:31

Ижади ҡарашлы гүзәл зат

Дүсән ауылынан Мәүлиҙә Зарипова Мәҙәниәт усағын дуҫтар менән осрашыу һәм әүҙем ял итеү урыны итергә тырыша

Һөнәр һайлау һәр кем өсөн мөһим булып тора. Мәүлиҙә Зарипова – Дүсән ауылының күп функциялы мәҙәни үҙәге етәксеһе — уның тормошонда мәҙәниәт хеҙмәткәре булыу төп урынды биләй. Элгәре ул үҙен был һөнәр эйәһе итеп күҙ алдына ла килтерә алмай.

Мәүлиҙә Зарипова Өфө педагогия училищеһында уҡыған йылдарында буласаҡ ире менән танышып, Бишбүләк еренә килен булып төшә. Ул үҙен төрлө өлкәлә һынап ҡарай: башланғыс кластарҙа уҡыта, хисапсы булып эшләй, халыҡтан һөт тә йыя. Ауыл мәҙәниәт йортона эшкә саҡырылғас, ихлас ризалаша. Хәҙер ул ваҡыттан бирле 15 йыл да үтеп киткән.

Хәҙер Мәүлиҙә Марат ҡыҙының тырышлығы менән ауыл халҡына төрлө байрамдар, концерт һәм мауыҡтырғыс саралар ойошторола.

- Беҙҙең эш ижади ҡараш талап итә. Миңә байрамдарға төрлө сценарийҙар әҙерләү, уны ҡуйыу һәм һөҙөмтәһен күреү – тамашасыларҙың шат йөҙҙәре һәм алҡыштары ҙур кинәнес бирә. 15 йыл эсендә, әлбиттә, төрлөһө булды, тәжрибә тупланым һәм кешеләр менән уртаҡ тел табырға өйрәндем. Бөгөн мәҙәниәт усағында эшләү еңелдән түгел. Хәҙерге Интернет заманында мәғлүмәт күп, халыҡты йәлеп итеү өсөн яңы алымдар эҙләргә тура килә. Икенсенән, ауыл ҡартая, балалар һәм йәштәр юҡ тиерлек. Урта йәштәрҙәге ирҙәр күбеһенсә Себерҙә вахта ысулы менән эшләй, ҡатын-ҡыҙҙар хужалыҡ алып бара һәм балалар тәрбиәләй, - ти, үҙенең көндәлек хеҙмәте хаҡында Мәүлиҙә Марат ҡыҙы.

Ауыл мәҙәниәт йортонда бер байрам үтеү менән, икенсеһенә әҙерлек башлана. Үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгендә шөғөлләнеүселәр: Зоя Ғәйнетдинова, Рәмилә Камалова, Рәфит Ғәфиәтов, Зөлфиә Хәкимуллина, Ғәниә Камалова, Флүзә Әфләтунова мәҙәни тормошта ҡайнап йәшәйҙәр. Хәшиә Гәрәева, Зоя Ғәйнетдинова, Рәсимә Ҡәйүмова кеүек ҡул эше оҫталарының әйберҙәре күргәҙмәләрҙе биҙәй. Байрамдарҙы ойоштороуҙа Мәрсиә Фазылова, Хәниә Ғатауллина, Фирүзә Мотиғуллина, Резида Ғәлимова яңы идеялар тәҡдим итә.

Карина Павлова.

Мәҡәләнең тулы вариантын "Яҡты юлдан" гэзитендә уҡығыҙ. 

 

 

Ижади ҡарашлы гүзәл зат
Ижади ҡарашлы гүзәл зат
Автор:
Читайте нас: