Дим буйҙары
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Август 2022, 07:13

Торлаҡ һатып алғанда алданмау өсөн кәрәк

Быға ниндәй хеҙмәт булышлыҡ итәсәк? Ошо хаҡта түбәндәге яҙмала:

Торлаҡ һатып алғанда алданмау өсөн кәрәк
Торлаҡ һатып алғанда алданмау өсөн кәрәк

Рәсәйҙең Һанлы үҫеш, бәйләнеш һәм массалы коммуникациялар министрлығы “Росреестр” менән берлектә берҙәм һанлы мөхит булдыра. Был күсемһеҙ милекте һатыусылар һәм һатып алыусылар, төҙөүселәр, банктар, дәүләт органдары һәм башҡалар өсөн кәрәк.

Рәсәйҙең Һанлы үҫеш, бәйләнеш һәм массалы коммуникациялар министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, әле төҙөлгән “Минең торлаҡ” хеҙмәте булышлығында Берҙәм дәүләт хеҙмәттәре порталынан файҙаланған һәр кем торлағын һатыу тураһындағы иғландарҙы, Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестры буйынса онлайн режимда ниндәй ҙә булһа торлаҡҡа хоҡуғын раҫлап, ҡуя ала. Ә һатып алыусы үҙен ҡыҙыҡһындырған мәғлүмәттәрҙе алыу хоҡуғына эйә. Мәҫәлән, торлаҡта йәшәү урыны буйынса теркәлгәндәр, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләү буйынса бурыс һәм башҡалар тураһында белеп буласаҡ. Килешеүгә ҡул ҡуйыу ҙа электрон форматта булырға мөмкин. “Дәүләт асҡысы” мобиль ҡушымтаһындағы квалификациялы электрон ҡултамға ярҙамында документтарға ҡул ҡуйыу процедураһы күҙәтеләсәк.

“Минең торлаҡ” суперхеҙмәте граждандарға күсемһеҙ милек менән бәйле килешеүҙәр төҙөгәндә төрлө хаталарҙан һаҡланырға, шулай уҡ дәүләт органдары менән аҙ бәйләнештә килешеү төҙөй аласаҡ”, - тип белдерҙе илдең һанлы үҫеш, бәйләнеш һәм массалы коммуникациялар министры урынбаҫары Дмитрий Огуряев.

“Беҙ яңы кимәлгә сығабыҙ, үҙ-ара хеҙмәттәшлек процестарын үҙгәртәбеҙ. “Минең торлаҡ” суперхеҙмәте күсемһеҙ милекте һатып алыу буйынса оҙайлы һәм ҡатмарлы процесты еңеләйтергә, күсемһеҙ милекте ябай һәм аңлайышлы форматта һатып алыу мөмкинлеген бирә”, - тип белдерҙе “Росреестр” етәксеһе Олег Скуфинский.

Үрҙә әйтелгән хеҙмәттең барлыҡҡа килеүе иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.

Фото: pravoved.ru

#национальныепроекты#нацпроекты

https://bashgazet.ru

Торлаҡ һатып алғанда алданмау өсөн кәрәк
Торлаҡ һатып алғанда алданмау өсөн кәрәк
Автор:
Читайте нас: