Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
12 Август 2022, 18:15

Өс бала ауыр хәлдә...

Октябрь районы прокуратураһы 14-15 йәшлек үҫмерҙәрҙең ағыуланып медицина учреждениеларына эләгеү осрағы буйынса тикшереү эшен башлаған

Өс бала ауыр хәлдә...Өс бала ауыр хәлдә...
Өс бала ауыр хәлдә...

Өфөнөң Сипайлов биҫтәһендәге фатирҙарҙың береһендә көндөҙ  аңын юғалтҡан биш үҫмерҙе табалар. Прокуратура мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бер малай һәм дүрт ҡыҙ алкоголь менән бергә билдәһеҙ дарыу төймәләре эскән. Хәҙерге ваҡытта ике бала Ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһының,  бер бала 17-се ҡала дауаханаһының реанимация бүлексәләрендә,  икеһе лә аңында түгел. Ике баланың хәле уртаса ауырлыҡта.

 Октябрь районы прокуратураһы 14-15 йәшлек үҫмерҙәрҙең ағыуланып медицина учреждениеларына эләгеү осрағы буйынса тикшереү эшен башлаған. Мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, бер  малай менән өс ҡыҙ Гагарин урамындағы фатирҙарҙың береһендә йәшәгән таныш ҡыҙға ҡунаҡҡа килгән булған.  Өлкәндәр өйҙә булмаған.

Фото:"Башинформ!

https://bashgazet.ru

Өс бала ауыр хәлдә...
Өс бала ауыр хәлдә...
Автор:
Читайте нас