Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
13 Август 2022, 14:32

"Геройҙар уҙышы" ҡатнашыусыларҙы йыйҙы

Бөгөн Шишмә районындағы “Патриот” паркында Башҡортостандың дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәренең “Геройҙар уҙышы” бара.

"Геройҙар уҙышы" ҡатнашыусыларҙы йыйҙы
"Геройҙар уҙышы" ҡатнашыусыларҙы йыйҙы

Был сара Физкультурниктар көнөн байрам итеү сиктәрендә үткәрелә һәм унда 108 команда ҡатнаша: шул иҫәптән –Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенән, республика Хөкүмәтенән, министрлыҡтар һәм муниципалитеттарҙан. Шуныһын хәтергә төшөрәбеҙ: ҡаршылыҡтар аша уҙышыу 2019 йылдан алып ойошторола һәм спорттың рәсми төрө булып танылған.

Бөгөнгө трасса – Рәсәйҙәге иң оҙондарының береһе һәм “Патриот” хәрби-патриотик мәҙәни һәм ял паркы проектының ҙур өлөшө булып тора. 23 июлдә бында илдә беренсе тапҡыр республика журналистары араһында “Медиа геройҙар уҙышы” үткәрелгәйне. Ул көндө Башҡортостан журналистары һәм блогерҙарының 18 командаһы ярышҡа сыҡты.

Бөгөн сарала ҡатнашыусылар ике километр араны һәм 17 ҡаршылыҡты үтә. Улар араһында арҡанлы таусыҡтар, ҡоймалар, ҡул ғына аҫылынып үтеү урындары, һигеҙ метрлы “эверест”, окоптар һәм башҡалар бар. Уҙыш маршруты билдәле физик әҙерлекте генә түгел, ә командала эшләү таһыллығын да талап итә: ҡайһы бер урындарҙа иптәшеңдең ярҙамынан тыш ауырға тура киләсәк. Команда капитандары браслеттарында трассаны үтеү ваҡыты ла сағыласаҡ.

“Патриот”та бөгөн шулай уҡ баскетбол буйынса “Ҡыҙғылт һары туп” Бөтә Рәсәй ярыштарының төбәк этабы ла уҙғарыласаҡ. Унда 120-нән ашыу команданың ҡатнашыуы көтөлә.

“Патриот” паркы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса төҙөлдө. Прак базаһында йәштәрҙе хәрби-патриотик тәрбиәләү буйынса “Авангард” методик үҙәге эшләй.

Олег Яровиков фотоһы.

https://bashgazet.ru

"Геройҙар уҙышы" ҡатнашыусыларҙы йыйҙы
"Геройҙар уҙышы" ҡатнашыусыларҙы йыйҙы
Автор:
Читайте нас: