Дим буйҙары
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
13 Август 2022, 07:33

Төп иғтибар - туризм үҫешенә

Рәсәй Президенты Владимир Путин туристик инфраструктураны үҫтереүҙе тиҙләтеү бурысын ҡуйҙы. Был  «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» милли проектына ла ҡағыла.  

Төп иғтибар - туризм үҫешенә
Төп иғтибар - туризм үҫешенә

Был хаҡта БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙә яҙҙы.

 «Башҡортостан был эшкә әүҙем ҡушылды. Республикала тәүге глэмпинг 2020 йылда эшләй башланы. Хәҙер улар 40-ҡа еткән. Яҙғыһын Ҡырмыҫҡалы районында милли проект сиктәрендә тәүлек әйләнәһенә эшләгән «Natura Park» ҡунаҡтарҙы ҡабул итә башланы. Инвестор уға 12 миллион һум һалған. Әле бында 16 урын бар, эшҡыуар артабан да үҫешергә ниәтләй - «Башҡортостан микрокредит компанияһы» уға 1,5 миллион һум аҡса биргән. Беҙ ер участкалары менән инвестиция карталары төҙөнөк: платформала биләмә, бер нисә инженер инфраструктураһы һәм инә торған юлдар тураһында бөтә мәғлүмәт бар. Эшҡыуарҙар майҙансыҡты дистанцияла һайлай ала. Бизнесҡа уңайлы булһын өсөн инвестиция карталарынан тыш дәүләт ярҙамы саралары ҡаралған: ҡунаҡханалар өсөн 5 йылға өҫтәлгән хаҡҡа һалымдың нуль ставкаһы, инвестиция проекттарына һәм рефинанслауға льготалы кредиттар, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өсөн 6 айға тиклем кредит каникулдары, гранттар, эквайринг өсөн комиссияның сикләүе, мөлкәт ярҙамы. Быларҙың барыһы ла һөҙөмтә бирә. Берҙәм ведомство-ара мәғлүмәт-статистика системаһы мәғлүмәттәренә ярашлы, ошо йылдың биш айында туризм өлкәһендә халыҡҡа түләүле хеҙмәттәр күрһәтеү күләме республикала 16 процентҡа артҡан һәм 4 миллиард һумдан ашыу тәшкил иткән. Шифахана-курорт хеҙмәттәре күләме - 22,4 процентҡа, турагентлыҡтар һәм туроператорҙар хеҙмәттәре күләме 32,7 процентҡа артҡан. Өфө проектының ҡалаларҙың туристик үҙәктәрен ойоштороу буйынса конкурста еңеп сығыуы һәм баш ҡала үҙәгенең туристик кодын проектлауға 215 миллион һум аласағы билдәле булды. Башҡортостанда туризм инфраструктураһын үҫтереүгә конкурста ла ҡатнашабыҙ - Ростуризмға 346 миллион һумлыҡ 3 ғариза ебәрҙек. Был проекттарҙы тормошҡа ашырыу 176,5 миллион самаһы шәхси инвестиция йәлеп итергә мөмкинлек бирәсәк», – тип яҙған ул.

ye102.ru

 

 

Автор:
Читайте нас: