Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Август 2022, 11:20

Рәсәйҙә ял өсөн кешбэк программаһы буйынса юлламалар һатыла башлай

Рәсәйҙә ял иткән өсөн 20%  кешбэк программаһы буйынса юллама һатыуҙың яңы этабы 25 августа башлана. Был хаҡта ил премьер-министры Михаил Мишустиндың белдереүенә һылтанма менән «Интерфакс» хәбәр итә.

Рәсәйҙә ял өсөн кешбэк программаһы буйынса юлламалар һатыла башлай
Рәсәйҙә ял өсөн кешбэк программаһы буйынса юлламалар һатыла башлай

Михаил Мишустин һүҙҙәренсә, кешбэк 2022 йылдың 1 октябренән 25 декабренә тиклем сәйәхәткә сығыуға ҡағыла. Программала Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәре ҡатнаша. Бөтәһе 600 мең самаһы кеше әлеге мөмкинлектән файҙаланыр тип көтөлә.

Круиздарға кешбэк 1 сентябрҙән башлана һәм навигация тамамланғансы дауам итә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан туристик кешбэк программаһы сиктәрендә һатыу буйынса Волга буйы федераль округында алдынғы урынды биләй. Бынан алда республика етәксеһе Радий Хәбиров республиканы туристик «магнит»ҡа әүерелдереү бурысын ҡуйғайны. Әйтәйек, тиҙҙән хаҡы 200 миллион һумлыҡ 5 отелдән торған ҡунаҡхана селтәре төҙөлә.

Радий Хәбиров әйтеүенсә, Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында «Туризм.РФ» корпорацияның генераль директоры Сергей Суханов менән республикала сит ил ҡунаҡтары өсөн туризмды үҫтереү буйынса хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыу ошо йүнәлештә икенсе аҙым булып тора.

Бынан тыш, Башҡортостандың туристик индустрия күләмен йыл да 25 миллиард һумға тиклем арттырыу күҙаллана. Тармаҡты үҫтереү стратегияһы 2035 йылға тиклем раҫланған.

Республикала ҡайҙа арзан хаҡҡа ял итергә мөмкин икәнлеге хаҡында «Башинформ» лонгридында уҡығыҙ.

https://www.bashinform.ru

Автор:
Читайте нас: