Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Август 2022, 13:35

«Һөт иле» фестивале

27 августа Өфөнөң Салауат Юлаев майҙанында «Һөт иле» Рәсәй фестивале үтәсәк. Быйыл Рәсәйҙең иң ҙур һөт фестивале унынсы тапҡыр ойошторола.

«Һөт иле» фестивале
«Һөт иле» фестивале

Туғыҙынсы фестиваль 2019 йылда үткәйне. Унда 47 тонна һөт аҙығы, 5 тонна аҡ май, 3,6 тонна сыр, 2,3 тонна туңдырма, 4,1 тонна ҡымыҙ, 18 мең банка ҡуйыртылған һөт һатылған.

Фестивалдә нимә була:
- һөт йәрминкәһе
- хайуандар менән мини-ферма
- балалар өсөн оҫталыҡ дәрестәре
- аттракциондар
- спорт майҙансыҡтары
- аш-һыу зонаһы
- «Му-му мультики» кинотеатры
- концерт
- «GastrоMaster 2022» кулинария чемпионаты
- «КуРай» гастрономия фестивале
- власть вәкилдәре, һөт аҙыҡтарын етештереүсе һәм эшкәртеүселәр ҡатнашлығында эшлекле программа
- Башҡортостанда йәшәүсе халыҡтарҙың милли ихата майҙансыҡтары

Сараны ойоштороусылар - Башҡортостан Хөкүмәте һәм Ауыл хужалығы министрлығы, Өфө ҡалаһы хакимиәте, «Союзмолоко» милли һөт етештереүселәр союзы һәм «Һөт институты» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ҡатнашлығында Сауҙа-сәнәғәт палатаһы.

Тулыраҡ мәғлүмәт: https://vk.com/milkfest_ufa

«Һөт иле» фестивале
«Һөт иле» фестивале
Автор:
Читайте нас: