Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
16 Август 2022, 07:10

Беҙҙекеләр һанатмай

Ленинград өлкәһендә үткән чемпионатта Мәләүез механизаторы ер һөрөү буйынса Рәсәй чемпионатында көмөш призер булды. Был хаҡта «Башинформ» агентлығы хәбәр итә. 

Беҙҙекеләр һанатмайБеҙҙекеләр һанатмай
Беҙҙекеләр һанатмай

Ер һөрөү буйынса Рәсәйҙең 9-сы асыҡ чемпионаты еңеүсеһе һәм призерҙарының исемдәре билдәле булды. Ярышта Ленинград өлкәһе механизаторы Александр Дерюгин еңеү яулаһа, ә икенсе урынды Мәләүез районынан Илдар Ишекәев алған. 

Илдар Ишекәев – тәжрибәле оҫта, ярыштарҙа беренсе чемпионаттан уҡ ҡатнаша, күп тапҡыр еңеүгә яҡын булды. 8 августан 14-нә тиклем Ленинград өлкәһендә үткән чемпионатта Рәсәйҙең 40-тан ашыу төбәгенән һәм сит илдәрҙән командалар ҡатнашты.

Күргәҙмә барышында «Башҡорт тирмәһе» рәүешендә Башҡортостан экспозицияһы тәҡдим ителде. Күргәҙмә ҡунаҡтарын республиканың агросәнәғәт комплексы потенциалы менән таныштырҙылар, алдынғы фермер хужалыҡтары һәм ҡулланыусылар кооперативтары хаҡында һөйләнеләр, Башҡортостанда етештерелгән деликатестар һәм аҙыҡ-түлек тәҡдим иттеләр.

https://www.bashinform.ru

Автор:
Читайте нас