Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
16 Август 2022, 11:11

“Геройҙар уҙышы” даими үтәсәк

23 һәм 25 сентябрҙә “Геройҙар уҙышы"нда вуздар һәм колледж студенттары уҙышасаҡ.

“Геройҙар уҙышы” даими үтәсәк“Геройҙар уҙышы” даими үтәсәк
“Геройҙар уҙышы” даими үтәсәк

Башҡортостан халҡы “Геройҙар уҙышы”ның нимә икәнлеген белә башланы, ә унда ҡатнашыусылар был уйынды бик яратты. “Патриот” паркы асылыу менән унда даими рәүештә ярыштар үтә.

Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолған Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр өсөн ойошторолған ярышта ҡатнашҡан коллегаларына рәхмәт әйтте.

– Был ярыш республиканың даими спорт сараһына әйләнергә тейеш, – тине ул.

24 сентябрҙә “Патриот” паркында Рәсәй чемпионаты үткәреү планлаштырыла. Ә 23 һәм 25 сентябрҙә “Геройҙар уҙышында” вуздар һәм колледжар студенттары ҡатнашасаҡ.

– Был команда булдырыусы, кешелрҙе берләштереүсе сара. Шуға күрә унда мотлаҡ ҡатнашырға кәрәк, – тине Радий Хәбиров.

Фото: "Бәйләнештә". 

https://bashgazet.ru

“Геройҙар уҙышы” даими үтәсәк
“Геройҙар уҙышы” даими үтәсәк
Автор:
Читайте нас