Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
16 Август 2022, 07:03

Ниндәй райондарҙа хәмер менән ағыуланыу осраҡтары күҙәтелә?

Башҡортостан буйынса Роспотребнадзор республиканың алкоголь менән ағыуланыу кимәле юғары булған райондарын иғлан итте. Был мәғлүмәттәр ведомствоның рәсми сайтында баҫылған.

Ниндәй райондарҙа хәмер менән ағыуланыу осраҡтары күҙәтелә?Ниндәй райондарҙа хәмер менән ағыуланыу осраҡтары күҙәтелә?
Ниндәй райондарҙа хәмер менән ағыуланыу осраҡтары күҙәтелә?

Октябрьский (5,1 тапҡырға), Стәрлетамаҡ (4,4), Дүртөйлө (2,7-2,8), Туймазы (1,2-1,4) ҡалаларында, шулай уҡ Баҡалы, Дүртөйлө һәм Стәрлетамаҡ райондарында күрһәткестәр республиканыҡына ҡарағанда юғары.

2022 йылдың ғинуар-июль айҙарында Башҡортостанда 83 кеше хәмерҙән ағыуланып үлгән, уларҙың 23-ө — Өфөлә, бишәүһе — Нефтекамала, Баҡалы һәм Өфө райондарында, икәүһе — Белоретта һәм Стәрлетамаҡта.

Үлем күрһәткесе 2021 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда кәмегән — 100 мең кешегә 2,1, унан алда 2,5 булған.

https://www.bashinform.ru

 

Ниндәй райондарҙа хәмер менән ағыуланыу осраҡтары күҙәтелә?
Ниндәй райондарҙа хәмер менән ағыуланыу осраҡтары күҙәтелә?
Автор:
Читайте нас