Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
17 Август 2022, 17:06

Башҡортостандың ете районында максималь янғын хәүефе иғлан ителде

Башҡортостандың ете районында 17 августа максималь янғын хәүефе иғлан ителде. Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итеүенсә, Архангел, Асҡын, Дүртөйлө, Кушнаренко, Мәләүез, Стәрлетамаҡ һәм Федоровка райондарында янғын сығыу ихтималлығы юғары.

Башҡортостандың ете районында максималь янғын хәүефе иғлан ителдеБашҡортостандың ете районында максималь янғын хәүефе иғлан ителде
Башҡортостандың ете районында максималь янғын хәүефе иғлан ителде

Алдағы көндәрҙә Әбйәлил, Әлшәй, Баймаҡ, Баҡалы, Бәләбәй, Балаҡатай, Белорет, Бүздәк, Бөрйән, Дыуан, Йылайыр, Иглин, Илеш, Ҡариҙел, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Стәрлебаш, Туймазы, Учалы, Хәйбулла, Саҡмағош һәм Шишмә райондарында, Өфө ҡалаһында дүртенсе класлы янғын хәүефе фаразлана.

https://www.bashinform.ru

Автор:
Читайте нас