Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
17 Август 2022, 17:16

Донбасс балаларына бер фургон китап!

Луганскиға сираттағы гуманитар ылау оҙатылды.

Донбасс балаларына бер фургон китап!Донбасс балаларына бер фургон китап!
Донбасс балаларына бер фургон китап!

Был турала социаль селтәрҙә БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов хәбәр итте.

«Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса Донбассҡа сираттағы гуманитар ылауҙы оҙаттыҡ. Йөктөң дөйөм ауырлығы — 230 тоннанан ашыу. 

Бөгөнгә был — республиканан Донбассҡа ебәрелгән иң ҙур гуманитар ярҙам. Ул халыҡтың ихтыяжынан сығып төҙөлдө. Әлбиттә, иң тәүҙә аҙыҡ-түлек, төҙөлөш материалдары. 22-се гуманитар ылауҙың тағы ла бер үҙенсәлеге бар. Донбасс балаларына бер фургон художестволы китаптар ебәрҙек. Был ярҙам уҡыусыларға бик оҡшар тип ышанам. 

Республика Донбассты яҡшы тормошҡа ҡайтарыу өсөн ҙур көсөн һала. Барыһына ла хәйерле юлдар теләйем!» — тип яҙған вице-премьер.

ye102.ru

 

Автор:
Читайте нас