

Проектның төп маҡсаты - Рәсәй төбәктәренең төрлөлөгөн күрһәтеү һәм ватандаштарҙа ил буйлап сәйәхәт еитргә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыу.
Фестиваль барышында башҡала халҡы һәм ҡунаҡтарҙың башҡорт халҡының милли ғөрөф-ғәҙәттәре һәм мәҙәниәте менән танышыу мөмкинлеге бар. Кремль диуарҙары янында уҡ башҡорт тирмәһе урынлашҡан. Тарихи көнкүреш элементтары һәм әйберҙәре булған тирмә башҡорттарҙың үҙенсәлекле мәҙәниәтен күрһәтә. Бында шулай уҡ халыҡ ижады оҫталарының әйберҙәре - биҙәкле туҡымалар, балаҫтар, сигелгән һөлгөләр, милли биҙәнеү әйберҙәре һ.б. бар. Теләгәндәр «Һабантуй» спорт-уйын программаһында һәм төрлө мастер-кластарҙа ҡатнаша ала. Лекторийҙа балалар һәм өлкәндәр өсөн халыҡ ижады буйынса мастер-кластар уҙа.
Бында шулай уҡ Мәскәү һәм Рәсәй туроператорҙары өсөн республиканың туристик потенциалы тәҡдим ителде. Фестиваль сиктәрендә М. Кәримнең шул исемдәге повесы буйынса төшөрөлгән «Таганок» башҡорт фильмы һәм поляр штурман Валериан Альбанов тураһында документаль фильм һәм уның исемен йөрөткән Полярниктар музейын ойоштороу тарихы күрһәтеләсәк.
Башҡортостан Республикаһы Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Баҙранов республиканың фестивалдә ҡатнашыуын йылдың төп ваҡиғаларының береһе тип атаны.
- Башҡортостан экспозицияһы Ҡыҙыл майҙан һәм «Зарядье» паркы араһында урынлашҡан. Ойоштороусылар баһалауынса, беҙҙең майҙансыҡ аша 10 көн эсендә миллиондан ашыу кеше уҙасаҡ. Беҙҙең өсөн был бик мөһим, сөнки ун көн дауамында республиканың геопарктары, тәбиғәте, туристик потенциалы тураһында лекциялар уҙғарыласаҡ. Мәскәүлеләр һәм башҡала ҡунаҡтары өсөн беҙ тыуған яғыбыҙҙың бөтә тулылығын, матурлығын күрһәтә алырбыҙ тип уйлайым. Һәм, билдәле инде, Ҡыҙыл майҙанда башҡорт халҡы мәҙәниәте бик матур тәҡдим ителгән. РГО фестивалендә ҡатнашыу ҙа ҙур дәрәжә, сөнки бында барлыҡ төбәктәр ҙә тәҡдим ителмәгән. Башҡортостан ошо абруйлы халыҡ-ара форумда даими ҡатнаша. Был мәҙәниәттәр диалогы, үҙ-ара аралашыу өсөн бик мөһим, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Азат Баҙранов.
Фестиваль асылған көндә ҙур сәхнәлә Башҡортостандан килгән «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө сығыш яһаны. 26 августа Рус география йәмғиәте фестивале сиктәрендә Мәскәү ҡалаһында Башҡортостан Республикаһы көнө уҙасаҡ. Фестиваль ҡунаҡтарын был көндә «Һабантуй» спорт-уйын программаһы, Башҡортостан географияһы буйынса приздар менән викторина көтә. Байрамды төбәк һәм Мәскәү ҡалаһының сәнғәт оҫталары ҡатнашлығында ҙур концерт биҙәйәсәк.
https://kiziltan.ru