Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
19 Август 2022, 18:04

Сифатлы ит продукцияһы һатыла

Бишбүләктән Илнур Ғәтиәтуллин урындағы етештереүселәрҙе хеҙмәттәшлек итергә саҡыра.

Сифатлы ит продукцияһы һатылаСифатлы ит продукцияһы һатыла
Сифатлы ит продукцияһы һатыла

«Бишбүләк фермеры» ит магазины тураһындағы материалдар беҙҙең гәзиттә 2019 йылда, йәғни магазин асылған йылдарҙа уҡ барлыҡҡа килде. Ул саҡта «Бишбүләк фермеры» ҡулланыусылар кооперативы рәйесе Илнур Ғәтиәтуллин, ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативларына грант ярҙамы программаһы нигеҙендә, табышлы проекттар программаһы буйынса, Совет урамында арендаға тораҡ алып, үҙенең бизнес — ит сауҙаһын үҫтерә. Яҡташтар шунда уҡ магазин продукцияһына ҙур ышаныс менән ҡараны hәм ит магазины  сауҙала ныҡлы урын алды. Ә быйыл Илнур Ғәтиәтуллин  үҙ бинаһын төҙөп, Yҙәк урамдағы яңы сауҙа нөктәһенә күскән.

Магазин ассортименты күп төрлө — сусҡа, һыйыр, һарыҡ ите, субпродукттар бар. Яңы ғына һуйылған, ысын,  «таҙа» ит халыҡ араһында ҙур һорау менән файҙаланыла.

- Иттән тыш бында ярымфабрикаттар — фарш, билмән, котлет, мантылар ҙа һататабыҙ. Барлыҡ ярымфабрикаттар ҙа шул уҡ сифатлы иттән етештерелә. Yҙебеҙ етештергән барлыҡ продукция. Ә хаҡтарға килгәндә, улар бында башҡа магазиндарға ҡарағанда ҡиммәтерәк түгел, уртаса хаҡ 500 һум. Сифатлы иттән тыш, магазин район халҡын эш менән тәьмин итә, хәҙер бында ике һатыусы  кәрәк..

— Кибет узган елдагы кеүек шундай уҡ, хәҙер генә yҙ бинабыҙ бар. Ит беҙҙең районда, беҙҙең кооперативтың  17 хуgалығында үҫтерелә. Магазиндың үҙенсәлеге — ит һыуытылған һәм вакуумлы

тoргәктәрҙә һатыла, ярымфабрикаттар өй шарттарында етештерелә, салоны бында тоҙлайбыҙ, шашлыҡ yҙ һутында маринадлана. Урындағы етештереүселәребеҙҙе үҙ продукцияларын беҙҙең магазин аша һатырға саҡырам. Беҙ Михайловка ауылынан шәхси эшҡыуар А.А. Миhранов менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ, ул ит чипсыларын етештерә, шулай уҡ Ҡаныҡай ауылының еләк хужалығынан еләк һатабыҙ, — тип һөйләй Илнур Ғәтиәтуллин.

«Бишбүләк фермеры» ит магазины ярҙамында район халҡының, район сиктәренән сыҡмайынса ғына, сифатлы ит продукцияһы һатып алу мөмкинлеге бар. Был селтәрҙе артабан таба да халыҡты үҙ продукцияһы менән һөйөндөрөүҙе һәм барлыҡ йүнәлештәрҙә лә үҫеш алыуын теләйбеҙ.

Карина Иванова.

Автор фотоһы.

Сифатлы ит продукцияһы һатыла
Сифатлы ит продукцияһы һатыла
Автор:
Читайте нас