Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
21 Август 2022, 19:05

Дим йылғаһын таҙарталар

Сара “Экология” милли проектының “Һирәк осраған һыу объекттарын һаҡлау” федераль программаһы нигеҙендә башҡарыла

Дим йылғаһын таҙарталарДим йылғаһын таҙарталар
Дим йылғаһын таҙарталар

Шишмә районында Дим йылғаһын таҙарта башланылар. Ул “Экология” милли проектының “Һирәк осраған һыу объекттарын һаҡлау” федераль программаһы нигеҙендә башҡарыла.

Яҡын көндәрҙә белгестәргә 35 километр оҙонлоғондағы участокты таҙартырға һәм бының өсөн йылғанан 145 мең кубометр ләмде алырға тура киләсәк.

Эш барышында йылғала ятҡан серек ағастарҙы ла күпләп алырға кәрәк. Таҙартҡандан һуң Дим йылғаһының санитар торошо яҡшырасаҡ, ти белгестәр. Был иһә республиканың 5,7 мең кеше йәшәгән ошо төбәктәге һыуҙың сифатын да яҡшыртасаҡ. Эштең хаҡы миллион һумға төшәсәк.

 Фото: bashinform.ru.

#национальныепроекты#нацпроекты

https://bashgazet.ru

 

Дим йылғаһын таҙарталар
Дим йылғаһын таҙарталар
Автор:
Читайте нас