

Был хаҡта оператив кәңәшмәлә БР мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин хәбәр итте.
Мәктәпте асыр алдынан ковидҡа ҡаршы көрәш буйынса инспекторҙарҙың исемлеге төҙөләсәк, дезинфекциялау сараларын ҡулланып, бүлмәләр һәм коридорҙар йыуып-йыйыштырыласаҡ, бынан тыш, белем биреү учреждениеһы хеҙмәткәрҙәрен вакциналауҙы тәьмин итәсәктәр.
Шулай уҡ башҡа хәүефһеҙлек сараларына ла иғтибар ителәсәк: янғын хәүефһеҙлеге, видеокүҙәтеү, металэҙләгестәр системалары менән тәьмин ителеүгә. Бөтә белем биреү учреждениеларының 71 проценты шәхси һаҡ ойошмалары, 29 проценты йә штаттағы йә аутсорсинг ойошмалары хеҙмәткәрҙәре тарафынан һаҡлана. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген пропагандалау буйынса ла эш планлаштырыла.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.