Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
22 Август 2022, 04:25

Путин сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандаларға тәҡдим итте

Эскелеккә ҡаршы көрәштә хаҡтарҙы  күтәреү йәки тыйыуҙар  һөҙөмтәһеҙ, бының өсөн сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау өлкәһендә системалы эшләргә кәрәк, тип иҫәпләй Владимир Путин.

Путин сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандаларға тәҡдим иттеПутин сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандаларға тәҡдим итте
Путин сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандаларға тәҡдим итте

Владимир өлкәһендә «алкоголизм» диагнозы ҡуйылған кешеләр һаны Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестән күпкә юғарыраҡ, өлкәлә сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауҙы киң йәйелдерергә кәрәк. Был хаҡта Рәсәй Президенты Владимир Путин өлкә губернаторы Александр Авдеев менән осрашыуында белдергән.

     «2021 йылда Владимир өлкәһендә «алкоголизм» һәм «алкоголь психозы» диагнозы менән сирләү күрһәткесе 100 мең кешегә 122,6 осраҡ тәшкил иткән, ул Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестән 2,6 тапҡырға күберәк. Был бик күп», - тине Путин.

         «Бының менән шөғөлләнергә, уны  икенсе дәрәжәләге мәсьәлә тип уйламаҫҡа кәрәк. Әммә пропаганда ғына етмәй, спорт һәм мәҙәни ял менән шөғөлләнеү өсөн инфраструктураны үҫтерергә кәрәк», - тине Президент. Шулай уҡ, төбәктә  һаулыҡ һаҡлау өлкәһен үҫтереү  мөһим, тине ул.

https://oskon.info

 

Путин сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандаларға тәҡдим итте
Путин сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандаларға тәҡдим итте
Автор:
Читайте нас