Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
22 Август 2022, 03:29

Республикала беренсе класс уҡыусыһын мәктәпкә әҙерләү күпмегә төшә?

Башҡортостанстат белгестәре республикала беренсе класс уҡыусыһы өсөн шартлы минималь тауарҙар йыйылмаһы хаҡын иҫәпләп сығарған, тип хәбәр итә "Башинформ" агентлығы.

Республикала беренсе класс уҡыусыһын мәктәпкә әҙерләү күпмегә төшә?Республикала беренсе класс уҡыусыһын мәктәпкә әҙерләү күпмегә төшә?
Республикала беренсе класс уҡыусыһын мәктәпкә әҙерләү күпмегә төшә?

Башҡортостанстат белгестәре республикала беренсе класс уҡыусыһы өсөн шартлы минималь тауарҙар йыйылмаһы хаҡын иҫәпләп сығарған, тип хәбәр итә "Башинформ" агентлығы. Уға әйберҙәр, канцелярия кәрәк-яраҡтары, уҡыу һәм дидактик материалдар инә. Был хаҡта ведомствоның матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.

2022 йылдың июленә мәғлүмәттәр буйынса, малайҙар өсөн тауарҙар – 22 889,56 һумға, ә ҡыҙҙарға 27 624,08 һумға төшә. 2021 йылдың июле менән сағыштырғанда хаҡ 18,2% һәм 15,4% ҡиммәтләнгән.

Хәҙер бер дәфтәр – 9,19 һум, рюкзак – 2636,31 һум, ҡыҙҙар күлдәге – 1929,88 һум, ә малайҙар джемперы 1344,6 һум тора. Ошо уҡ осорҙа 5 сәскәнән торған гөлләмә 8,9% ҡыйбатланған, хәҙер ул уртаса 718 һум.

Бынан алда «Башинформ» баланы мәктәпкә әҙерләгәндә нисек экономиялау хаҡында яҙып сыҡты.

Автор:Роман Якимчук

Фото:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы
Республикала беренсе класс уҡыусыһын мәктәпкә әҙерләү күпмегә төшә?
Республикала беренсе класс уҡыусыһын мәктәпкә әҙерләү күпмегә төшә?
Автор:
Читайте нас