

Халыҡ ике проек өсөн тауыш биреүҙә ҡатнаша:
Илья Глазунов исемендәге Рәсәй рәсем сәнғәте академияһын тамамлаусыларҙың 1 проекты. Рәссамдар Курск һуғышының беренсе этабына баҫым яһаған. Совет пехотаһы, танктар һәм артиллерия етмәүгә ҡарамаҫтан, тере ҡалҡан менән вермахттың элиталы танк частәренә ҡаршы торған.
Е. Вучетичтың тормошҡа ашырылмаған проекты менән «Греков студияһы» проекты. Бында Советтар Союзы һәм Германия армияларының бәрелеше күрһәтелә, улар аллегорик яҡтан хәрби техника элементтары булған ике сөй-уҡ рәүешендә һүрәтләнгән.
Тауыш биреү 23 августа тамамланасаҡ. Тап бына шул көндә 1943 йылда Курск һуғышында немец-фашист ғәскәрҙәре совет ғәскәрҙәре тарафынан тар-мар ителә. Курск һуғышының 80-йыллығына мемориаль комплекс булдырыу менән Рәсәй Президенты күрһәтмәһе буйынса Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәте Курск өлкәһе хәкимиәте менән берлектә шөғөлләнә.
Фото: rvio.histrf.ru
https://kiziltan.ru