

Мендәрҙе теләһә ниндәй үләндән яһарға мөмкин. Иң мөһиме – еҫенең күңелегеҙгә хуш килеүе һәм аллергия булмауы. Үлән күпсектә арығанлыҡты бөтөрә, нерв системаһын, йөрәкте тынысландыра, йоҡоһоҙлоҡтан ҡотҡара, һулыш юлдарын таҙарта. Ҡомалаҡ күркәләре еҫе хаттахырылдауҙы ла бөтөрөргә ярҙам итә.
Тик мендәрҙе тулыһынса хуш еҫле үләндәрҙән генә яһау дөрөҫ түгел. Ни өсөн тигәндә, көслө еҫ, танауҙы ҡытыҡлап, киреһенсә тәьҫир итергә – йоҡоно ҡысырырға мөмкин. Шуға күрә мендәрҙе ике төрлө: еҫле һәм еҫһеҙ үләндәрҙән яһайҙар. Әнис, ҡомалаҡ, бөтнөк, һары һәм зәңгәр мәтрүшкә, йүкә сәскәһе кеүек хуш еҫле үләндәрҙән тыш, бер аҙ ғына һалам, ҡыяҡ үлән (осока), иван-чәй мамығы өҫтәргә мөмкин. 20×20 үлсәмендәге мендәр яһау өсөн ярты кило самаһы кипкән үлән кәрәк. 7–10 көн шундай мендәрҙә йоҡлағандан һуң бер ни ҡәҙәр ваҡыт ғәҙәтәгеһенә күсергә була. Бындай мендәрҙең сихәте бер йыл дауамында юғалмай.
https://selnivi.ru