Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
22 Август 2022, 19:00

Ҡыҙыу ураҡ осоро

“Беҙҙең игенселәр 2,1 миллион тонна иген йыйып алған да инде. Быйыл уңыш яҡшы, гектарынан уртаса 30 центнер".

Ҡыҙыу ураҡ осороҠыҙыу ураҡ осоро
Ҡыҙыу ураҡ осоро

Башҡортостан игенселәре бер аҙнала 766 мең тонна ашлыҡ һуҡҡан. Бөртөклө һәм ҡуҙаҡлы культураларҙы һуғыу буйынса лидерҙар – Стәрлетамаҡ, Илеш, Ауырғазы, Дәүләкән, Ҡырмыҫҡалы һәм Саҡмағош райондары. Был турала Республикаға идара итеү үҙәгендә үткәрелгән Хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә вице-премьер – Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов әйтте. Уның һүҙҙәренсә, ужым культураларын йыйыу тамамланыуға табан бара. Бөгөн яҡынса 240 мең гектарҙа (88 процент, шипкән дә иҫәпкә алына) һуғылған.

Айырым хужалыҡтар рапс, етен һәм гәрсис йыя башланы. Был культуралар буйынса 9 мең тоннанан ашыу һуғылған.

Борсаҡ йыйыу ҙа тамамланыу өҫтөндә, 129 мең тонна һуғылған, был уҙған йылғы кимәлдән 2,5 тапҡырға күберәк. 11 район хужалыҡтары ҡарабойҙай йыйыуға төштө. Ғафури районы көнбағыш йыйыуға тотонған. Дөйөм алғанда, тәүлек эсендә 55 мең гектарҙа иген һуғылған. Параллель рәүештә республиканың 41 районы хужалыҡтары ужым культураларын сәсеүгә төшкән.

Мал аҙығын әҙерләү тамамланыуға табан бара, аграрийҙар ихтыяждың 82 проценттан ашыуын әҙерләгән. 800 мең тонна самаһы бесән әҙерләнгән, йәғни планға ҡарата 109 процент. Сенаж буйынса планға ҡарата 113 процент - 1 млн. 522 мең тоннанан ашыу әҙерләнгән.

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ошоға арнап социаль селтәрҙәрҙә пост яҙҙы.

“Беҙҙең игенселәр 2,1 миллион тонна иген йыйып алған да инде. Быйыл уңыш яҡшы, гектарынан уртаса 30 центнер. Ә август айындағы ғәҙәти булмаған эҫе беҙгә ярҙам итә, беҙ көслө, сифатлы ашлыҡ әҙерләйбеҙ.

Республикала иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары сәселгән майҙандарҙың 40 проценты һуғылған. Параллель рәүештә ужым сәсәбеҙ, планлаштырылған 500 мең гектарҙың 12 проценты әҙер.

Башҡа традицион культураларҙы ла хәтерләйбеҙ. Ҡыйғы районында “Етен – 2022” семинарын үткәрҙек. Беҙ уны сәсәбеҙ һәм үҫтерәбеҙ, һәм ярайһы уҡ уңыш алабыҙ. Был культураны үҫтереү нескәлектәре бар, семинарҙа уларҙы тикшерҙеләр.

Етен – рентабелле культура, тупраҡ составына яҡшы йоғонто яһай. 2022 йылда Башҡортостандағы етенле майҙан 68,7 мең гектар тәшкил иткән, был 2021 йылға ҡарағанда 13 процентҡа күберәк.

Был һандар артында аграрийҙарҙың ҙур хеҙмәте тора. Бөтәһенә лә рәхмәтемде белдерәм!” – тип белдерҙе ул.

Фото:  Радий Хәбировтың "Бәйләнештә"ге шәхси сәхифәһенән. 

https://bashgazet.ru

Ҡыҙыу ураҡ осоро
Ҡыҙыу ураҡ осоро
Автор:
Читайте нас