

“Мәғариф” милли проекты сиктәрендә (национальный проект “Образование”) Башҡортостан федераль ҡаҙнанан 90 миллион һумдан ашыу аҡса йәлеп итте.
2023 йылда федераль ҡаҙнанан ата-әсәләргә (законлы вәкилдәргә) , шулай уҡ ғаиләләренә тәрбиәгә бала алырға теләүселәргә психологик-педагогик, методик, һәм консультатив хеҙмәт күрһәтеүгә йүнәлтелгән субсидия рәүешендәге грант алыуға конкурс һайлауы еңеүселәре исеменә 25 ойошма лайыҡ булды, улар араһында балалар баҡсалары, мәктәптәр, ғаилә үҙәктәре бар.
- Федераль ҡаҙнанан гранттың дөйөм күләме 90 миллиондан ашыу һум, шул иҫәптән һәр ойошма икенән башлап 10,4 миллион һумға тиклем ала. Аҡса ата-әсәләрҙе консультациялау буйынса хеҙмәттәр күрһәтеүгә йүнәлтеләсәк, - тине Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.
Конкурс һайлауы еңеүселәре исеменә тотош ил буйынса 213 белем биреү ойошмаһы лайыҡ булды, улар араһында 25 ойошма - Башҡортостандан.
Проект сиктәрендә һәр ата-әсә бала тәрбиәләү һәм уҡытыу һорауҙары буйынса белгестәрҙән консультация алыу мөмкинлегенә эйә. Уны консультация үҙәгендә шәхси ҡабул итеү барышында йәки дистациялы рәүештә алырға мөмкин. Бынан тыш белгестәр алыҫта ятҡан ауылдарҙағы ата-әсәләр өсөн дә консультациялар уҙғара.
Еңеүселәр тураһында мәғлүмәт Рәсәй Федерацияһының Мәғариф министрлығы сайтында урынлаштырылған.
#национальныепроекты#нацпроекты
https://bashgazet.ru