Дим буйҙары
+30 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
24 Августа 2022, 12:12

Һунарсылар өсөн...

Башҡортостанда һунар ресурстарын аулауҙың һәм биләмәләрҙең үткәреү һәләтенең яңы нормалары раҫланды.

Һунарсылар өсөн...Һунарсылар өсөн...
Һунарсылар өсөн...

Республика премьер-министры Андрей Назаров ҡул ҡуйған ҡарар рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Документҡа ярашлы, бер һунарсыға миҙгел дауамында аулау нормалары түбәндәгесә: тейен һәм дала көҙәне — 20, ҡондоҙ — 25, әлгәнйәк, йәтсә, шәшке, аҫ — 10, һуҡыр сысҡан — 1000, һыуһар — 5, ондатра — 500, дала байбағы — 3.

Ҡоштарға һунар итеү өсөн тәүлек лимиты билдәләнгән: һаралйын, ҡурпысыҡ, күгәрсен, урман күгәрсене, ҡаҙ, зырҡыуыт, бүҙәнә, ҡарағаҙ һәм өйрәк  — 5, һоро ағуна һәм ваҡ һаралйын — 3, һуйыр —  1.

Яңыртылған лимиттарҙың тулы исемлеге менән һылтанма буйынса танышырға мөмкин.

https://www.bashinform.ru

 

Һунарсылар өсөн...
Һунарсылар өсөн...
Автор:
Читайте нас