Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
25 Август 2022, 09:25

Бөйөк Ватан һуғышы ветеранын үлтергәндәр

25 августа иртән Илеш районы Ҡәҙер ауылында 95 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны үле килеш табылған. 

Бөйөк Ватан һуғышы ветеранын үлтергәндәрБөйөк Ватан һуғышы ветеранын үлтергәндәр
Бөйөк Ватан һуғышы ветеранын үлтергәндәр

«Башинформ» агентлығына үҙ сығанағы хәбәр итеүенсә, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, уны социаль хеҙмәткәр тапҡан һәм хоҡуҡ һаҡлаусыларҙы саҡыртҡан. Оло йәштәге ирҙе бысаҡ менән сәнсеп үлтергәндәр.

Һуғыш ветераны районда бик хөрмәтле кеше булған, оҙаҡ йылдар урындағы мәктәптә эшләгән.

Башҡортостан прокуратураһының матбуғат хеҙмәтендә был мәғлүмәтте раҫланылар.

«Илеш районы прокуроры Салауат Шәмсетдинов енәйәт урынында», — тип хәбәр итте күҙәтеү ведомствоһы вәкиле Регина Батталова.

Район хакимиәте етәкселеге лә был турала белә, ләкин «ведомстволарҙың рәсми мәғлүмәтендә барыһы ла бар инде» тиеү менән сикләнеп, фажиғәле хәлгә аңлатма бирмәне.

https://www.bashinform.ru

Бөйөк Ватан һуғышы ветеранын үлтергәндәр
Бөйөк Ватан һуғышы ветеранын үлтергәндәр
Автор:
Читайте нас