

Йөрәк ауырыуҙары
Көн һайын иртән икмәккә бал һәм дәрсен (корица) ҡушып әҙерләнгән паста һөртөп ашағыҙ. Ул ҡандағы холестерин кимәлен кәметеп, инфаркттан һаҡланырға ярҙам итер. Хатта бер тапҡыр инфаркт кисергәндәргә лә, ауырыу ҡабатланмаһын өсөн, уны ашарға кәңәш ителә.
Хәлһеҙлек һәм тиҙ арып барыусанлыҡ
Көн һайын иртән ас ҡарынға һәм төштән һуң сәғәт 3-тәр тирәһендә бер стакан һыуға ярты ҡалаҡ бал һәм бер аҙ дәрсен ҡушып, эсергә. Был эсемлек организмдың йәшәү көсөн арттыра.
Артрит
Көн һайын иртәле-кисле бер сынаяҡ йылы һыуға ике балғалаҡ бал һәм ярты балғалаҡ дәрсен ҡушып эсергә. Даими рәүештә ҡулланғанда, хроник артриттан да файҙаһы бар.
Холестерин
Ике стакан йылы һыуға ике ҡалаҡ бал һәм өс балғалаҡ дәрсен ҡушып эскәндә, ҡандағы холестерин кимәле 10 процентҡа кәмей. Кемдәр көн һайын таҙа бал ашай, улар ҙа холестериндың күплегенә зарланмай.
Иммунитет
Көн һайын бал менән дәрсен ҡулланыу организмдың һаҡлаусы функцияларын көсәйтеп, уны төрлө бактерия һәм вирустан һаҡлай. Шулай уҡ лейкоциттарҙың вируслы һәм бактериялы ауырыуҙар менән көрәшеү һәләтен арттыра.
Цистит
Ике ҡалаҡ дәрсен менән бер балғалаҡ балды бер стакан йылы һыуға һалып эскәндә, бәүел ҡыуығындағы инфекцияларҙы бөтөрә.