Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
25 Август 2022, 11:19

Мәктәп яңы уҡыу йылына әҙер!

Бишбyләк 1-се урта мәктәбе «Яңы уҡыу йылына әҙерлек буйынса иң яҡшы» дипломына лайыҡ булды. 

Мәктәп яңы уҡыу йылына әҙер!Мәктәп яңы уҡыу йылына әҙер!
Мәктәп яңы уҡыу йылына әҙер!

Комиссия тарафынан ремонттың юғары сифаты, балаларҙың hәм хеҙмәткәрҙәрҙең мәктәптә булыу шарттарының СанПиН талаптарына тура килеүе, мәктәп территорияһын төҙөкләндеререү тураһында билдәләп үтелде.

Бинаның иркен ишектәренән ингәндә үк, yҙеңде фән һарайындағылай итеп тояһың. Мәктәпкә беренсе тапҡыр килеүселәр ғәжәпкә ҡаласаҡ: иркен коридорҙар hәм кабинеттар, стеналарҙы буяу берҙәм төҫ гаммаһында эшләнгән, был кластарҙың эске стиле менән гармониялы яраҡлаша, кластарҙа яңы йыһаздар. Был үҙе үк яҡты бүлмәләрҙә әлеге кабинет беркетелгән педагогтың зауығын баһаларға  мөмкинлек бирә. Уҡытыусылар әкренләп кyрһәтмә материалдарҙы традицион әҙерләүҙән ситләшә, бында  уҡытыусының ижади фекерләүенә сиктәр юҡ.

Ҡайһы берәүҙәр yҙ кабинеттарын штораларҙан алып класс мөйөшөнә ҡәҙәр берҙәм стилдә биҙәргә тырыша. Белем биреү учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре мәктәп тирәһендәге участок тураһында ла онотмаған. Ул инде нисәмә йыл уҡыусыларҙы hәм ауыл халҡын үҙенең матурлығы  менән һөйөндөрә. Ә үҙ ҡулдары менән үҫтерелгән йәшелсәләр уҡыу йылы дауамында ашханала балаларҙы туҡландырыуға етәсәк.

— Яңы уҡыу йылына әҙерлек менән бер рәттән, «Yҫеш нөктәһе» проектын асыуға әҙерлек барҙы. Быйыл беҙҙә 5-се класта «Шайморатов класы» асыласаҡ. Ремонт йорт эргәһендәге участоктан алып тамаша залына ҡәҙәр башҡарылды. Кабинеттарҙа косметик ремонт яһаныҡ, тәҙрәләрҙе буяныҡ. Матди-техник базаны яңырттыҡ. Музыкаль йыһаздар, сәнғәт-эстетик йүнәлештәге, робототехника, спортзал йыһаздары һатып алдыҡ, башҡа төрлө йыһаздарҙы ла яңырттыҡ. Педагогик коллектив тулыһынса комплектланған. Коллективтың йәш кадрҙар менән тулыланыуы ҡыуандыра. Мәктәп балаларҙы хәүефһеҙ уҡытыу өсөн кәрәкле шарттар менән тәьмин итеү өсөн тулыһынса әҙер, барлыҡ хәүефһеҙлек системаһы яңыртылды. Яңы уҡыу йылында хеҙмәттәштәремә киләсәккә ҡарауҙарын, маҡсаттарына ирешеүҙәрен, оптимизм менән йәшәүҙәрен,  балаларыбыҙҙың барлыҡ яҡтан да конкурентлыҡҡа һәләтле булыуҙарын теләйем, — тип белдерә Бишбүләк 1-се урта  мәктәбе директоры Урал Риза улы Ғатауллин.

Карина ИВАНОВА.

Автор фотоһы.

Мәктәп яңы уҡыу йылына әҙер!
Мәктәп яңы уҡыу йылына әҙер!
Автор:
Читайте нас