

Мәктәп уҡыусыларының каникулдары тамамланырға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Берәүҙәр йәйге ял лагерҙарында һаулығын нығытһа, икенселәр, ата-әсәләренә ярҙамлашып һәм шул уҡ ваҡытта тиҫтерҙәре менән уйнап, кинәнгәнсе һыу инеп, каникулдарын файҙалы һәм күңелле уҙғара. Бикҡол ауылында йәшәүсе Байрас Батраев иһә йәйге ялдар осоронда үҙенә аҡса эшләү юлын тапҡан. Ул мунса миндеге бәйләп һата.
- Былтыр уҡ был эшкә дәрт итеп тотонғайным. Уҙған йылда бер мең дана миндек әҙерләп һаттым. Уларҙы төрләндереп эшләйем: ҡайын ботаҡтарынан, шулай уҡ йүкә һәм имән ағасынан. Интернеттағы иғланымды күреп, заказ биреүселәр ҙә бар. Ә һатыуға килгәндә, әлбиттә, быларҙың барыһын да бер юлы түгел, ә йыл буйына әҙ-әҙләп алдылар, - ти ул.
Розалиә һәм Илгиз Батраевтарҙың йорттары үҙәк урамда урынлашҡан. Веранда аша өйгә ингәндә, ирекһеҙҙән туҡтап ҡалаһың. Бында бәйләнгән ҡайын миндектәре өйөлөп тора, уларҙан хуш еҫ аңҡый. Әйтеүҙәренсә, ҡайындан әҙерләнгән миндек мускул һәм быуындар ауыртҡанда файҙалы. Тән тиреһен дә дауалай, тын юлын киңәйтә, үпкәне таҙарта, кәйефте лә күтәрә.
- Ҡайын ағасынан самалап ҡына киҫеп, ботаҡтар алып ҡайтам һәм миндек бәйләйем, артабан уларҙы еләҫ һәм күләгәле урында киптерәм. Бындайҙары 75-әр һум тора, ә мәтрүшкә, әрем һәм һары мәтрүшкә ҡушып яһағандарын 100-әр һумға һатам. Имән, йүкә миндеген иһә һораусыларҙың заказы буйынса әҙерләйем. Өфөлә йәшәүсе ике туған апайҙарым да уларҙы һатырға ярҙам итә, - тип һөйләй 12 йәшлек үҫмер үҙенең эше хаҡында.
Бәләкәй эшҡыуар уҙған йылда миндек эшләп, ярайһы аҡса эшләгән. Был аҡсаға ул яландан ҡайын ботаҡтары алып ҡайтыу өсөн ҡул арбаһы, бау, секатор һ.б. кәрәк-яраҡтар һатып алған. Ишек алдындағы ҡоймаға һөйәүле торған балалар велосипеды ла - уның тәүге хеҙмәт емеше.
Егәрле хужалар һыйыр-башмаҡтар, йылҡы малы тота, күпләп ҡош-ҡорт үҫтерәләр. Ғаиләләге баш бала Байрас ата-әсәһенең уң ҡулы тиергә була.
- Мин үҙем ауылда фельдшер-акушер, ә тормош иптәшем мал табибы булып эшләй. Улыбыҙ Байрас йорт эштәрендә беҙгә ҙур ярҙамсы. Йыл һайын 60-лап ҡаҙ балаһы алабыҙ, бәпкәләр үҫте инде, улыбыҙ һәр иртәлә ҡаҙҙарҙы Димгә ҡыуа һәм кистән уларҙы алып ҡайта. Шулай уҡ баҡсаға һыу һибеү, мунса яғыу, ҡустыһы Байназарҙы ҡарау кеүек эштәр ҙә уның ҡарамағында, - ти хужабикә, улы менән ғорурланып.
Ниндәй малай ат яратмаһын инде. Байрас та электән үк атаһына эйәреп, хужалыҡтарындағы аттар янында урала, уларҙы һыбай менеп тә йөрөй. Әлбиттә, һанаулы ғына ҡалған каникулдың ҡәҙерен белеп, ул да тиҫтерҙәре кеүек, йәйге эҫе көндәрҙә Димгә һыу инергә йөрөй, ә яратҡан шөғөлө – балыҡ ҡармаҡлау.
Улдарын һәр эшкә маһир, булдыҡлы итеп тәрбиәләй Батраевтар. Йәш ғаилә ғәзиздәрен милли рухлы итеп тә үҫтерә: Байрас бер нисә йыл инде Ҡаныҡай мәктәбендә Илһам Әхмәтшин алып барған милли көрәш түңәрәгендә шөғөлләнә. Быйыл ул Бишбүләк һабантуйында (үҙ ауырлыҡ категорияһында) көрәшеп, бүләк алған. Байназарға килһәк, ул тиҙҙән мәктәпкә бара, ағаһы кеүек ул да туған телдә шиғыр һөйләү бәйгеләренән ситтә ҡалмаҫ, моғайын.
Һәр кешенең кескәй саҡтан уҡ килгән хыялдары, маҡсаттары була. Байрас киләсәктә ниндәй генә һөнәр һайлаһа ла, үҙ юлын табырға яҙһын.
Ләйлә Ғүмәрова,
Автор фотоһы.