

Бөгөн, 25 августта, Өфөлә “Өфө – хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” маркаһын махсус рәүештә ғәмәлдән сығарыу сараһы уҙҙы. Был уға коллекция ҡиммәтен бирҙе.
Тантаналы сарала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Руслан Насретдинов һәм башҡа ҡунаҡтар ҡатнашты.
- Рәсәй Федерацияһы Президенты указы менән Өфө 2020 йылдан алып “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” тигән маҡтаулы исем йөрөтә. Ул республикабыҙ баш ҡалаһына Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә ҙур өлөш индергән халҡы өсөн бирелде. Улар сәнәғәт предприятиеларында хәрби һәм гражданыҡ продукцияһын өҙлөкһөҙ етештереп, хеҙмәт батырлығы күрһәтте, - тине Ирек Сәғитов.
Руслан Насретдинов әйтеүенсә, 2021 йылда “Берҙәм Рәсәй” партияһы тәҡдиме менән “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” почта маркаларының махсус серияһы булдырыла. Быйыл был серияға Өфө, Ижау, Магадан, Омск, Һарытау һәм Ярославль ҡалаларының ҡаһарман үткәненә арналған алты марка инде.
Башҡортостандың баш ҡалаһының почта маркаһында Өфөнөң Еңеү паркында урынлашҡан тыл хеҙмәтсәндәре һәйкәленең бер өлөшө һүрәтләнгән.
https://bashgazet.ru