Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
26 Август 2022, 02:26

Тормошта иң мөһиме — ғаилә һәм бала

Өфөлә “Ғаилә һәм балалыҡ донъяһы” тип аталған күргәҙмә асылды.  Ул 27 авгусҡа тиклем эшләйәсәк. Социаль әһәмиәткә эйә был форумдың төп маҡсаты – ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау, йәш ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү, ата-әсәләр һәм уларҙың сабыйҙарының сәләмәтлеген  хәстәрләү.

Тормошта иң мөһиме — ғаилә һәм балаТормошта иң мөһиме — ғаилә һәм бала
Тормошта иң мөһиме — ғаилә һәм бала

Күргәҙмә бик бай һәм йөкмәткеле. Унда белем биреү учреждениелары, халыҡты социаль яҡлау, һалым органдары, Пенсия фонды  һәм күп функциялы үҙәк белгестәре,  психолог, юрист, табиптар  ата-әсәләргә   бушлай консультация үткәрә. Шунда уҡ  баланың сәләмәтлеген тикшертеп ҡарарға ла, мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары тәҡдим иткән оҫталыҡ дәрестәрендә төрлө уйынсыҡтар эшләп өйрәнергә лә мөмкин. Уҡыусыларға мәктәп формалары ла тәҡдим ителә. Кескәйҙәргә ҡыҙыҡлы спектаклдәр ҙә ҡаралған.

Форум сиктәрендә бик күп эшлекле һөйләшеүҙәр, төрлө уйындар, конкурстар ҙа ойошторола. Мәҫәлән, “Уйлап бал тап” проектында   еңеүсе ғаиләләр “Күп балалы ғаилә”, “Теләп алынған бала” номинациялары буйынса бүләкләнде. Уларға “Ассы” шифаханаһына юллама, көнкүреш техникаһы магазинына сертификаттар тапшырылды.

Киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре өсөн «Ғаилә – тыныслыҡ нигеҙе» тигән бик ҡыҙыҡлы интерактив семинар булды. 

Унда   БР матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов сығыш яһаны.

 — Дүрт балалы ғаилә башлығы булараҡ, беҙҙең тормошта иң мөһиме һәм ҡәҙерлеһе – ғаилә, тип ҡәтғи рәүештә әйтә алам. Тәүҙә һин  донъяға килгәне, һуңынан үҙең ҡорғаны.    Ғаилә – йәмғиәттең нигеҙе, – тине ул һәм был теманың республикабыҙҙа донъя күргән матбуғат сараларында ла әүҙем яҡтыртылыуын билдәләне.  

 – Беҙҙә балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр өсөн айырым баҫмалар донъя күрә: "Аҡбуҙат", "Әллүки", "Йәншишмә", "Аманат", "Йәшлек", "Шоңҡар", "Толпар", "Өмөт"... Балалар һәм ата-әсәләр менән эшләүсе уҡытыусылар өсөн “Башҡортостан уҡытыусыһы” һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн “Башҡортостан ҡыҙы” журналдары нәшер ителә. Балалар өсөн 30 йылдан ашыу эшләүсе “Тамыр” телеканалы бар. Улар барыһы ла үҫеп килеүсе быуынға әхлаҡи һәм ғаилә тәрбиәһе биреүгә ҙур өлөш индерә.

  Ғаиләне яҡлау буйынса ойошмалар ассоциацияһы рәйесе Мария Филинаның сығышы ла  семинарҙа ҡатнашыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. «БЛАГО-Медиа» компанияһының генераль директоры  Антонина Донцованың   слайдтары иһә  тормошта кеше өсөн иң мөһиме ғаилә булыуын йәнә бер ҡат дәлилләне.

ye102.ru

Тормошта иң мөһиме — ғаилә һәм бала
Тормошта иң мөһиме — ғаилә һәм бала
Автор:
Читайте нас