+30 °С
Болотло


Әлеге ваҡытта 217 кеше дауаханаға медицина ярҙамы ала, шул иҫәптән 60- тан оло 152 пациент. Шуларҙың 11-е - ауыр хәлдә, берәүһе үпкәне яһалма тын алдырыу аппаратына тоташтырылған. 1860 кеше амбулатор рәүештә ковидҡа ҡаршы көрәшә. Тәүлек эсендә 317 кешенең ауырыуҙан һауығып, дауахананан өйөнә ҡайтыуы теркәлгән. Үлем осрағы теркәлмәгән. 9 кешегә дауахананан тыш пневмония диагнозы ҡуйылған.