

Бишбүләк районына командировкаға сыҡҡанда эштең гөрләп торған сағына тура килдек, шул иҫәптән урып-йыйыуҙың да ҡыҙған мәле ине. “Бындай мул уңышты күргән юҡ әле”, – тип һөйөндө ауыл хужалығы тармағында эшләгәндәр. С.Юлаев исемендәге ауыл хужалығы кооперативы баҫыуында туҡталып, тиҙҙән быға үҙебеҙ ҙә инандыҡ – һолоноң гектар ҡеүәте бында 40 центнерҙан да кәм түгеллеген, арпа уңышының да 35 центнерға етеүен белдек.
– Урып-йыйыуға 5 августа төштөк, эште арпа баҫыуынан башлап ебәрҙек. Былтыр ҡоролоҡ арҡаһында, ҡайһы бер баҫыуҙар бөтөнләй уңыш бирмәгәйне. Быйыл ғәҙәттәгенән икеләтә-өсләтә мулыраҡ иген йыйыла. Һуңғы ун йыллап ваҡыт эсендә бындай яҡшы уңышты күргән юҡ ине әле, – тип һөйләне хужалыҡ етәксеһе Илгиз Әсфәндиәров.
Сиратта яҙғы бойҙай өлгөрөп килә, ул да уңышы менән ҡыуандырмаҡсы. Ураҡ менән бер рәттән ужым культураларын сәсеү эше лә көтөп тора. Быйыл уны 250 гектар майҙанда сәсеү планлаштырыла, күпселеген ужым арышы тәшкил итә.
Эштәре ни тиклем генә тығыҙ булмаһын, баҫыуҙа тир түккән ялан батырҙары менән һөйләшергә форсат тейҙе. Комбайнсы Илшат Шафиҡов менән водитель Нурфаяз Исламовтың, уңыш юғары булғас, кәйефтәре көр.
Нурфаяз Исламов сығышы менән Ҡаныҡай ауылыныҡы. Ошонда тыуып үҫеп, бар ғүмерен ауыл менән бәйләй. Армиянан ҡайтҡас, колхозда тракторсы булып эшләй, фермер булып та тәжрибә туплай. Йүнсел замандашыбыҙҙың хәҙер үҙенең шәхси тракторы ла, йөк машинаһы ла бар. Ураҡ осоронда ул уңыш йыйыуҙа ҡатнашып, хужалыҡҡа ярҙам итә.
Баҫыуҙа йәнә бер механизатор менән әңгәмәләшеп алырға форсат тейҙе. Айыт ауылында тыуып үҫкән Азат Сиражетдинов та тәжрибәле белгестәрҙең береһе – ул хәҙер 20 йыллап комбайн руле артында, уға тиклем водитель булып та эшләп өлгөргән.
– Хәҙер элекке комбайндар түгел инде. Эш шарттары уңайлы, – тип әйтеп алды ул.
Хеҙмәт династияһының матур өлгөһөн был әңгәмәсем миҫалында ла күрергә мөмкин. Атаһы ғүмер буйы колхозда комбайнсы булып эшләгән. Ғаиләлә өс бер туған ир-егеттең барыһының да һөнәре техника менән бәйле. Әңгәмәсемдең бер ҡустыһы ауылда механизатор, икенсе ҡустыһы Себерҙә водитель булып эшләй.
Оҙон-оҙаҡ һөйләшеп торор ваҡыт түгел. Әңгәмәселәрем йәһәт кенә комбайндарына ултырып эштәрен дауам итте, сөнки көн матур булғанда уларҙың алдында йәһәтерәк эште теүәлләү маҡсаты тора.
Ғөмүмән, С. Юлаев исемендәге хужалыҡта сәсеүлек майҙаны 1 мең ярым гектар майҙанды биләй, уның 900 гектары – иген, 150 гектары техник культуралар, 400 гектары көнбағыш. Мал аҙығын хәстәрләү өсөн дә йыл уңышлы килгән, билдәләнгән план арттырып үтәлгән. Фуражды иҫәпкә алмағанда бер шартлы баш малға 30 аҙыҡ берәмеге тура килә. Бесәнде генә 500 тонна тирәһе әҙерләгәндәр, августың 25-тәренән һуң силос һала башлау ниәтләнә.
Ауыл хеҙмәтсәндәре иңендә яуаплы бурыс – илде икмәкле итеү. Был дөйөм эште башҡарыуға Бишбүләк ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре лә ҙур өлөш индерә.
Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА
https://bashgazet.ru