

Баҡсала эштәрҙең туҡтап торғаны ла юҡ. Сәскәләрҙе ваҡытында тәрбиәләһәң, улар киләһе йылға тағы ла эрерәк һәм матурыраҡ сәскә атасаҡ. Был уңайҙан Рәсәй Ауыл хужалығы үҙәге Башҡортостан филиалының үҫемлектәрҙе һаҡлау бүлеге белгестәре сәскә үҫтереүселәргә кәңәштәр бирә.
— Күп йыллыҡ сәскәләр — флокс, астра, дильфиниум, лилиә, ландыш, примулаларҙы бүлеп, яңы урындарға ултыртырға ваҡыт. Бөрөләре һау-сәләмәт булған үҫентеләрҙе ултыртығыҙ, ә ауырыуҙарын секатор менән киҫеп ташлағыҙ, киҫелгән урынына ағас көлө һибегеҙ. Шулай итһәң, ауырымай, серемәй ҙә. Һәр үҫентене башта алһыу төҫтәге марганцовка иретмәһенә һалып торорға кәрәк. Был ысул ауырыуҙар булмаһын өсөн бик шәп.
Баҡсала пиондарҙы бүлеп, күсереп ултыртырға була. Август аҙағы һәм сентябрь башы - бының өсөн уңайлы ваҡыт.
Розаларҙы ла ҡышҡа әҙерләй башлағыҙ. Кипкән сәскәләрен, ботаҡтарын, ҡыуаҡтың уртаһынан үҫеп сыҡҡан йәш ботаҡтарҙы киҫеп алырға кәрәк. Әгәр ауырыуҙар күренһә, 1 процентлы сода иретмәһе, йәки "Фитосоприн-М" препараты менән эшкәртегеҙ.
Клематис — бик иркә ҡыуаҡ. Уға әле фосфор һәм калий кәрәк: бер ҡыуаҡҡа 0,5 ҡалаҡ суперфосфат һәм калий етә. Киләһе йылда клематис матур һәм эре сәскәләре менән һөйөндөрһөн, тиһәгеҙ, 2 грамм бор кислотаһын бер стакан ҡайнар һыуҙа иретегеҙ һәм, был ҡатнашманы 10 литр һыуға ҡушып, ҡыуаҡҡа һибегеҙ, — тип кәңәш бирә белгестәр.