

1 сентябрҙән республика мәктәптәрендә Шайморатов исемен йөрөткән 78 яңы класс асыла. 11 октябрҙә Совет майҙанында үтәсәк бағышлау тантанаһында 500-ҙән ашыу бала ҡатнашасаҡ. Сибай ҡалаһындағы гимназия-интернатта яңы исемгә VII Б класы уҡыусылары лайыҡ булған. Бының өсөн махсус форма тектергәндәр, “Йәш шайморатовсы” тигән күкрәк билдәһенә заказ биргәндәр, уҡыу программаһы ла төҙөлгән.
- Үткән уҡыу йылы аҙағында беҙ ата-әсәләр йыйылышы уҙғарып, Миңлеғәле Шайморатов исемендәге класс булдырылыуы тураһында иғлан иттек. Уҡыусыларҙың әсәйҙәре һәм атайҙары был ҡарарҙы бер тауыштан хупланы. Балалар ҙа яуаплылыҡты тоя - уҡыуҙарын яҡшырттылар. Хәҙер дәртләнеп яңы уҡыу йылын көтәләр, - ти гимназия директоры Роза Бикбова.
Махсуслаштырылған класта математикаға, тарихҡа һәм физикаға иғтибар йүнәлтелә. Дәрестән тыш сараларҙа 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы тарихын өйрәнәсәктәр, уҡ атыу менән дә шөғөлләнәсәктәр.
- Шайморатовсы кластарын асыу – илһөйәрлек тәрбиәһенең иң яҡшы алымдарының береһе. Моғайын, бер нисә йылдан беҙҙең гимназияла бер нисә класс булыр”, - тип пландары менән бүлеште директор.
Әйтергә кәрәк, тәүге бындай кластар 2020 йылда Өфөнөң өс гимназияһында асылғайны. Үткән уҡыу йылында 12 Шайморатовсы класы барлыҡҡа килде.
Башинформ.